Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелгәрәй ауылында балалар баҡсаһы

Викидәреслек проектынан

Балалар баҡсаһы тарихы

Совхоздың үҙәге булғанлыҡтан, күпләп эшкә килеүсе йәштәр тормош юлдаштарын табып, өйләнешеп, йорттар төҙөнөләр, белгестәргә совхоз йорттары төҙөлөп, күҙ алдында ауыл үҫте. Йәш балалар күбәйеп, ауылдың демографик хәле яҡшырҙы. Мәктәптә уҡыусылар һаны артты. 1985 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы үҙаллы “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы булып әүерелгәс, Ғәҙелгәрәй ауылының артабанғы үҫешенә оло йоғонто булды. Күпләп белгестәр күсеп килде, ғаиләләр артты, ҡурсаулыҡ төҙөлгән йорттарҙан айырым урам хасил булды. Ауыл үҫте, йәшәүселәр һаны артты.

Совхоздың ҙур көс һалып төҙөлгән идара йорто күсеп сығыуға ун биш көн тигәндә аңғармаҫтан нигеҙенә тиклем янып китте. Ситтән оҫталар йәлеп ителеп, алдағы йылдарҙа кирбестән совхоз идараһы һалынды. Ваҡытлыса тип төҙөлгән ике бүлмәле ағас идара йорто балалар баҡсаһына бүләк ителде. Ауылда 1990 йылдың декабрь айында балалар баҡсаһы асылып, йәштәр өсөн оло бүләк булды. Бер төркөмлө баҡсаға егерме биш, ваҡыты менән унан да күберәк балалар йөрөнө. Баҡса мөдире Сәғитова Зөлфирә, тәрбиәсе Сәғитова Йәмилә, ашнаҡсы Билалова Нәфисә, тәрбиәсе ярҙамсыһы Юлсурина Зифа, кер йыуыусы Фәйзуллина Зөләйха, ут яғыусы Ҡаһарманова Гөлшат эш башланылар.

1992-1997 йылдарҙа тәрбиәсе булып Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы Бикмәтова (Сафина) Гөлнур эшләй. 1994 йылда Сәғитова Гүзәл ут яғыу, кер йыуыу эшендә йөрөп, һуңынан музыкаль етәксе була. 1995-1997 йылдарҙа Ишморатова Гөлүзә, 1997-2000 йылдарҙа Әбүбәкирова (Ишмөхәмәтова) Илүзә Нуретдин ҡыҙы тәрбиәсе булып эшләйҙәр. Декрет ялындағы тәрбиәселәр урынына килгән Ғәбиҙуллина Таңсулпан ике йыл эшләп китә. 1998 йылда эшкә килгән Маликова Зөһрә Сәлимгәрәй ҡыҙы тәүҙә тәрбиәсе, һуңынан мөдир булып эшләй.

2010-2012 йылдарҙа Йәһүҙина Фәрзәнә Йомағужа ҡыҙы мөдир, Хафизова Гүзәл Рауил ҡыҙы тәрбиәсе була. 2012 йылдың июненән мөдир итеп Тимербаева Светлана Солтангәрәй ҡыҙы, тәрбиәсе булып Баййегетова Илүзә Басир ҡыҙы эшкә инә. 2013 йылда декрет ялынан һуң Маликова Зөһрә Сәлимгәрәй ҡыҙы тәрбиәсе булып кире эшкә сыға. Коллективта ашнаҡсы булып Ғәлина Эльвира, тәрбиәсе ярҙамсыһы булып Фәйзуллина Зөләйха Миңлеғәле ҡыҙы, кер йыуыусы булып Маликова Гөлйөҙөм Барый ҡыҙы эшләй. Ошо осорҙа балалар баҡсаһының материаль-техник базаһы нығый.

2012 йылда балалар баҡсаһы мәктәп бинаһының беренсе ҡатына күсә. Евротәҙрәләр ҡуйыла, иҙән алмаштырыла, бина эсендә йыуыныу, йылы туалет бүлмәһе эшләнә. Постель кәрәк-яраҡтары, ашханала посуда яңыртыла, һыуытҡыстар, компьютер; спонсорҙар аҡсаһына уйынсыҡтар, телевизор алына. Балалар баҡсаһына йөрөүселәр һаны 28-гә етә.

Замана реформалары балалар баҡсаһын да урап үтмәй. 2015 йылдың 1 сентябренән балалар баҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр төркөмө итеп үҙгәртелеп, етәкселек мәктәп ҡарамағына күсте. Штат ҡыҫҡартылып хәҙерге көндә 2 тәрбиәсе: Тимербаева Светлана Солтангәрәй ҡыҙы һәм Маликова Зөһрә Сәлимгәрәй ҡыҙы, тәрбиәсе ярҙамсыһы булып Фәйзуллина Зөләйха Миңлеғәле ҡыҙы эшләй. (Миннәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләне)