Ҡалаҡ (йомаҡтар)
Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации
Перейти к поиску
- Биш туғанға баш булам,
Асыҡҡанға аш булам.
- Үҙе бер ҙә ашамай,
Ашағанда бушамай.
- Ашҡаҙарҙың ашнаҡсыһы
Ашыға-ашыға аш ташый.
- Бер малайҙың йомро башы
Йүгерә-йүгерә һыу ташый.
- Бер юрғам бар.
Ҡойроғонан тотмаһам, һыуға инмәй.