Ҡамыр эсендә ҡурылған топинамбур

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Helianthus tuberosus in Setun' River Valley2.JPG
Helianthus tuberosus (rhizomes).jpg
Flickr - cyclonebill - Oksemørbrad med karry, grøntsager, ris og jordskokchips.jpg

Ҡамыр эсендә ҡурылған топинамбур

Алырға[үҙгәртергә]

  • 500 грамм топинамбур
  • 2 аш ҡалағы он
  • 1 йомортҡа
  • 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ
  • ҡара борос, тоҙ

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Топинамбурҙы һәйбәтләп йыуырға, таҙаларға. Тоҙло һыуға һалып, бешереп алырға. Йомортҡаны, ондо һәм ҡаймаҡты, кәрәгенсә тоҙ, борос һалып, миксерҙа туғып алырға. Топинамбурҙың һәр киҫәген ошо шыйыҡсаға манып алырға ла ҡайнап ултырған майға төшөрөргә. Ҡыҙғылт һары төҫкә ингәнсе бешерергә, сулпы менән һөҙөп алырға. Өҫтәлгә туралған әнис япрағы, йәшел һыуған һәм ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.