Эстәлеккә күсергә

Ҡамышлыкүл

Викидәреслек проектынан

Ҡамышлы күл


Ғафури районы Родина-Ватан ауылында ауылына кергән саҡта Көгөш йылғаһының күперен уҙғас, уң яҡта бик матур күл бар. Ҡамышлы күл тип атала ул. Был исемде һәр ваҡыт күл янында балыҡ тотоп ултырыусы балыҡсылар биргән. Күлдең һыуы буйрағыраҡ, таҙа түгел, унда кешеләр һыу кермәйҙәр. Минең был күлдә тотолған Алтын балыҡ хаҡында әкиәтем дә бар. Ҡамышлы күл беҙҙең ауылыбыҙға шундай матурлыҡ бирә! Беҙ ошондай гүзәллек араһында йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ! Ҡамышлы күлдә табан балыҡтары бар, йәй буйына уның яр буйынан балыҡсылар өҙөлмәй.ҡамыштар араһында бер аяғында ғына баҫып торған селәнде лә, унда оя ҡорған ҡыр үрҙәктәрен дә күрергә мөмкин. Ә ҡайһы берҙә беҙ Ҡамышлы күлгә төшкән аҡҡоштарҙың унда йөҙөп йөрөгәнен күргәнебеҙ бар. Яҙ көндәре Ҡамышлы күл буйындағы баҡалар тауышы үҙе бер оркестр тип торорлоҡ, бөтөн ауылға ишетелеп тора ул! Ауыл ешеләренең үрҙәктәре һәм ҡаҙҙары барып төшһә, күл өҫтө ап-аҡ була .Бына шундай матур күлебеҙ бар беҙҙең!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.11.2020

АЛТЫН БАЛЫҠ
Бер бабай килгән ти күлгә емдәр алып,
Ултырған ти яр буйында ҡармаҡ һалып,
Ултыра торғас ҡалҡыуыс төпкә батҡан,
Баҡһаң, ҡармаҡҡа бер балыҡ килеп ҡапҡан..
Ул балыҡ ябай түгел ти, ә Алтындан!
Тәңкәләре нурҙар һибеп балҡып торған!
Күлдән тартып сығарғас бабай ҡармағын,
Алтын балыҡ һамаҡлай икән һамағын..

  • Бешереп ашама мине, Изге бабай...*

Түңәрәк күҙҙәре менән ялбарып ҡарай,

  • Ниҙәр кәрәк, шул эштәрҙе башҡарырмын,

Тылсымлы ярҙамсың булып яныңда ҡалырмын..
Ҡамышлы күл һыуы буйраҡ, асыҡ түгел,
Бәләкәй булғанлығын да тартмай күңел,
Алып сыҡсы мине аҡҡан саф йылғаға,
Йөҙөп сығар өсөн оло бер даръяға..
Ебәр мине тыуған яҡта саф һыуыңа,
Йәшәрмен мин томбойоҡло шул йылғала,
Ҡояш нурында тәңкәләр йылтыратып,
Йөҙөрмөн йылғала нурҙарым уйнатып..
Яр буйына килгән сағыңды көтәрмен,
Ни теләйһең, шул теләгеңде үтәрмен.*
Шулай тигән телгә килеп Алтын балыҡ,
Өмөтләнеп, бабай тыңлар тип шатланып...
Торһа ла һаман да ептә ҡармаҡланып..
Яуап көткән ул бабайҙан тынып ҡалып.
Бабай һиҫкәнеп киткән ти был тауыштан,

  • Ысын һөйләштеме балыҡ? Әллә буштан?

Күпме ғүмер йәшәһәм дә ер йөҙөндә,
Ишетмәнем балыҡтарҙың бер һүҙен дә..*
Ипләп кенә ҡармағынан ысҡындырған,
Наҙлы ғына тәңкәләрен һыйпап алған,
Алып ҡайтыр өсөн уны йылғаһына
Семәрле силәккә һыуға һалып ҡуйған.
Силәк , ҡармаҡтарын бик тиҙ йыйнап алып,
Ашыҡҡан ҡарт үҙҙәренең йылғаһына.(Көгөшкә.)..

  • Иркенләп йөҙ, Алтын балыҡ, был йылғала!

Ярҙамдарын бирһен һиңә, Раббым Алла,
Башҡа балыҡтар һикереп уйнаһа ла,
Алтын балыҡ юҡ ине әле беҙҙең һыуҙа..
Әле һинән бер ни ҙә мин һорамайым,
Ялтыра, уйна, Алтынҡай, йөрәк майым!
Ғүмер үтәр, ҡартлығымда мин уйлармын,
Бер саҡ ҡармаҡҡа Алтын балыҡ ҡаптырғайным.*
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп йылғаға ебәргән,
Изге ҡарт шулай балыҡҡа фәтихә биргән,

  • Әйткәнеңде тыңланым, Алтынҡай! *тигән..

Алтын балыҡ быға шул тиклем һөйөнгән,
Изге ҡартҡа ҡат-ҡат итеп рәхмәт өйгән.
Алтын балыҡ шулай итеп ҡотолған , ти,
Томбойоҡло саф йылғала ул ҡалған, ти,
Бабай үҙе бер ни ҙә һорамаһа ла,
Ҡулынан килгән ярҙамды булдырған, ти.
Әле балыҡ йөҙә тиҙәр шул йылғала,(Көгөштә)
Бабай ҙа бик йыш була тиҙәр һөҙәк ярҙа,
Алтын балыҡ һикерә тәңкәләр ялтыратып,
Ғәжәйеп моңдар менән уларҙы сылтыратып..
Алтын балыҡ әкиәте булды тамам,
Һөйөнөп йөҙә балыҡ саф йылғала һаман,
Был әкиәт килмәгәндер боронғонан,
Яҙылды ул әле генә, хәҙерге заман...


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ