Эстәлеккә күсергә

Ҡанды шыйығайтыу

Викидәреслек проектынан

Ҡанды шыйығайтыусы дарыу үләндәре

Ҡан – кеше организмы эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай.

Уның насарайыуы, ҡуйырыуы бик етди ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Ҡанды шыйығайтыу ысулдары күп. Шулар араһында иң зыянһыҙы – дарыу үләндәре. Ҡайһы бер үләндәрҙең, ысынлап та, ҡандың шыйығайтыу үҙенсәлегенә эйә булыуы һәм тромбтар барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһауы иҫбатланған. Әммә үләндәр менән дауалана башларҙан алда организмға зыян килтермәҫ өсөн, уларҙың кире йоғонтоһон ныҡлап өйрәнергә онотмағыҙ.

  • Бәпембә менән терн сәскәһен бер үк күләмдә алып, бутарға. 400 мл ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ ошо ҡатнашманы ҡушып, ҡапҡасын ябып, 4 сәғәткә төнәтергә ҡуйырға. Төнәтмәне тәүлегенә өс тапҡыр 100-әр мл эсергә. Дауаланыу курсы – ике аҙна.
  • Бер балғалаҡ аҡ ҡандала үләненә (донник) 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Бер аҙ һыуынғас, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Һөҙөмтә булһын өсөн, бер ай тирәһе эсергә тәҡдим ителә. 30 г ҡандала үләненә 1 л ҡайнар һыу ҡойорға һәм 10 – 15 минут төнәтергә. Көнөнә бер – ике тапҡыр 200-шәр мл эсергә. Ҡандала үләне менән дауаланыу курсы ике аҙнанан үтергә тейеш түгел.
  • Көн һайын ярты стакан әфлисун һуты эсеү ҙә ҡанды шыйығайтырға булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, ул С витамины сығанағы ла булып тора.
  • Бер үк күләмдә энәлек емеше, ирәүән тамыры, һары ҡандала үләне, селек үләне (таволга) һәм мелисса алына. Ике балғалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ банка менән һыуҙы кәстрүлдә ут өҫтөндә тотҡандан һуң, 3 – 4 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә дүрт-биш тапҡыр 50 – 75 мл эсергә.
  • Кипкән мүк еләген иҙеп, 1:1 нисбәтендә бал ҡушып бутарға. Көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға.
Википедияла

Иғтибар!

[үҙгәртергә]

Ауырлы ваҡытта һәм күкрәк һөтө менән бала имеҙеүсе ҡатындарға, киҫкен ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы менән яфаланыусыларға, тромбофилия, лейкоз, геморрагик диатез, бауыр ауырыуҙары менән сирләүселәргә табип менән кәңәшләшмәйенсә, был дарыу үләндәрен ҡулланыу тыйыла.

«Йәшлек» гәзите сайты, 22.01.2020