Ҡан анализының күрһәткестәре нимә аңлата?
Ауырыған һайын тиерлек ҡан анализы тапшырабыҙ. Дөйөм анализ өсөн ҡан бармаҡтан йә ҡан тамырынан алына. Әйткәндәй, уны мотлаҡ ас ҡарынға тапшырырға түгел. Ә бына киңәйтелгән анализ өсөн ҡанды мотлаҡ ас килеш бирергә кәрәк. Сөнки әҙ генә ризыҡ ҡапһаң да, ҡандағы шәкәр кимәле үҙгәрә һәм анализ һөҙөмтәһе дөрөҫ булмаясаҡ. Иң яҡшыһы – бер аҙ ял иткәндән һуң тапшырыу. Шуға күрә лә, ғәҙәттә, уны иртәнсәк эшләйҙәр. Анализдағы күрһәткестәр нимә хаҡында һөйләй һуң?
1. Гемоглобин (Hb) Ул – эритроциттарҙағы ҡан табы. Төп функцияһы – үпкәнән кислородты туҡымаларға таратыу һәм организмдан углекислый газды сығарыу. Ир-егеттәр өсөн норма – 130 – 160 г/л, ҡатын-ҡыҙҙарға – 120 – 140 г/л. Гемоглобиндың түбәнәйеүе анемия, эске органдарҙың зарарланыуы арҡаһында ҡан юғалтыу хаҡында иҫкәртә. Ҡан ауырыуҙарынан, ҡайһы саҡта йөрәк сирҙәренән дә гемоглобиндың күтәрелеүе күҙәтелә.
2. Эритроциттар Составында гемоглобин булған ҡыҙыл ҡан тәнсәләре. Ир-егеттәрҙә нормаға ярашлы ул – 4,0 – 5,1*10, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 3,7 – 4,7*10 булырға тейеш. Һау-сәләмәт кешеләрҙә бейек тауҙарҙа, шулай уҡ йөрәк, ҡурылдайҙар, үпкә, бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары менән сирләүселәрҙә эритроциттарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Шулай уҡ ул организмда стероид гормондарҙың артыҡ булыуын күрһәтеүе ихтимал. Эритроциттарҙың норманан әҙ булыуы анемия, күп ҡан юғалтыу, хроник ялҡынһыныу процестары хаҡында һөйләй. Ҡайһы бер осраҡта йөклөлөктөң һуңғы осоронда ла була.
3. Лейкоциттар Аҡ ҡан тәнсәләре. Һөйәк мейеһендә һәм лимфа төйөндәрендә барлыҡҡа килә һәм организмды тышҡы йоғонтонан һаҡлай. Бөтә кеше өсөн дә норма – 4,0 – 9,0х10. Уларҙың норманан артыуы инфекция һәм ялҡынһыныу хаҡында һөйләй. Шулай уҡ физик көсөргәнештән, стрестан һәм йөклөлөктән дә күтәрелеп китеүе бар. Ә бына лейкоцитоз (лейкоциттарҙың күтәрелеүе) бактериялы инфекцияға, ялҡынһыныу процестарына, аллергияға, лейкозға, гормональ препараттар һәм ҡайһы бер йөрәк дарыуҙарын ҡулланыуға бәйле булыуы ихтимал. Лейкопенияның (лейкоциттарҙың етмәүе) вируслы инфекциянан (мәҫәлән, киҙеү) йә ҡайһы бер дарыуҙарҙан булыуы мөмкин.
4. Тромбоциттар Ҡандың ойошоусанлығын тәьмин итеүсе күҙәнәктәр тромбтар барлыҡҡа килеүҙә ҡатнаша. Норма буйынса уның иҫәбе – (180 – 320)*10. Норманан күберәк булғанда, туберкулез, сей яралы колит, бауыр циррозы кеүек ауырыуҙарға шик тыуа. Шулай уҡ операцияға йә гормональ препараттар ҡулланыуға ла бәйле булыуы ихтимал. Алкоголь йоғонтоһонда йә ауыр металдар менән ағыуланыуҙан, бауыр, талаҡ ауырыуҙарынан, гормональ тайпылыштарҙан уларҙың иҫәбе кәмеүе мөмкин. Бынан тыш, ҡайһы бер дарыуҙар ҙа, мәҫәлән, антибиотиктар, нитроглицерин, гормондар ҙа уларҙың кәмеүенә килтерә.
5. СОЭ йәки РОЭ Эритроциттарҙың ултырыу (тоноу) тиҙлеге. Ул – ауырыу барышының күрһәткесе. Ғәҙәттә, СОЭ ауырый башлағандан һуң ике-өс тәүлек үтеүгә күтәрелә. Ә һауығып барғанда иң юғары нөктәһенә етә. Ир-егеттәр өсөн норма: 2 – 10 мм/с, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: 2 – 15 мм/с. Инфекциянан, ялҡынһыныу процестарынан, анемиянан, бөйөр ауырыуҙарынан, гормональ тайпылыштарҙан, операциянан һуң һәм төрлө йәрәхәттән, йөклөлөк ваҡытында һәм бала тапҡандан һуң, күрем ваҡытында күрһәткестәр күтәрелә. Ә ҡан әйләнеше насар булғанда һәм анафилактик шоктан, киреһенсә, түбәнәйә.
6. Глюкоза Һау-сәләмәт организмда глюкоза 3,5 – 6,5 ммоль/л булырға тейеш. Ошо кимәлдән түбән төшөүе тейешенсә туҡланмау, гормональ ауырыуҙар тураһында һөйләй, ә күтәрелеүе – шәкәр диабеты хаҡында.
7. Дөйөм аҡһым Уның нормаһы: бер литр ҡанға 60 – 80 г. Бауыр, бөйөр эшмәкәрлеге насарайғанда, етерлек кимәлдә туҡланмауҙан йәки ҡаты диетанан һуң ул түбәнәйә.
8. Билирубин Ул – бауыр эшмәкәрлеге индикаторы. Норма буйынса 20,5 ммоль/л булырға тейеш. Гепатиттан, таш ауырыуҙарынан, эритроциттарҙың боҙолоуынан билирубин күтәрелә.
9. Креатинин Ул бөйөр өсөн яуап бирә. Нормаға ярашлы, ул 0,18 ммоль/л булырға тейеш. Норманан юғары икән, тимәк, бөйөрҙө тикшертергә кәрәк. Ә инде түбән булһа, иммунитетты күтәреү хәстәрен күреү зарур.