Ҡан баҫымы күтәрелгәндә
Гипертония менән ауырыусыларға ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн көн дә дарыуҙар эсеп кенә торорға тура килә.
Әммә ҡан баҫымын уларһыҙ ҙа көйләп була. Тәҡдим ителгән ысулдарҙың, бәлки, кемгәлер ярҙамы тейер.
Энәлек емештәренән төнәтмә
[үҙгәртергә]Бер стакан ҡара ҡыҙыл төҫтәге энәлек емешен термосҡа һалып, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп 2 сәғәт төнәтергә.
Һуңынан һөҙөп алып, ашар алдынан көнөнә 3-4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
Юғары ҡан баҫымы менән интегеүселәр ошо төнәтмә ярҙамында табип кәңәш иткән дарыуҙарҙың күләмен кәметә ала, ә инде ауырыуҙың еңелерәк формаһында дарыуҙарҙан тулыһынса баш тартырға мөмкин.
Витаминдар ҡушылмаһы
[үҙгәртергә]Лимонды ҡабығы менән бергә ҡырғыстан үткәреп, 3 ҡалаҡ мүк еләге һәм 2 ҡалаҡ ваҡланған әлморон (алдан эсен яҡшы итеп таҙартып йыуырға) ҡушырға.
Өҫтөнә 1 стакан бал һалып, тағы ла яҡшы итеп бутарға.
Иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ашарға.