Ҡара ҡарағат

Викидәреслек проектынан

Ҡара ҡарағат( латин. Ribes nigrum) — Крыжовниктар ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡлыҡ.

Химик составы[үҙгәртергә]

Химик составында органик кислоты (алма, лимон кислоталары), гликозидтар, калий, фосфор, цинк, тимер,магний,кальций, кремний, шәкәрҙәр азотлы һәм пектин берләшмәләр, флавоноидтар инә. Ҡара ҡарағат составында витаминдар :

  • B1 (тиамин);
  • B2 (рибофлавин);
  • E (токоферол);
  • B3 (никотин кислотаһы);
  • P (рутин);
  • B5 (пантотен кислотаһы);
  • B6 (пиридоксин);
  • B7 (биотин);
  • B9 (фолий кислотаһы);
  • K (филлохинон);
  • А (каротин);
  • C (аскорбин кислотаһы) — 0,17-0,19 %.

Ҡара ҡарағат XI быуат баштарында уҡ билдәле булған. Кеше уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған.

С витаминына байлығы йәһәтенән ул әлморондан ғына ҡалыша. Унда был витамин алмалағынан — 10 — 20, сейәләгенән — 20—30, виноградтағынан 100 тапҡырға күберәк.

С витаминына ҡара ҡарағаттың бөрәһөндә, япрағында, сәскәһендә лә күп. С витаминынан тыш, ҡара ҡарағаттың емешендә B 1(тиамин), Р (цитрин), А (каротин) витаминдары ла бар.

Аҙыҡ ҡиммәте[үҙгәртергә]

Витаминдарҙан башҡа ҡара ҡарағат емеше кеше организмы өсөн кәрәкле бүтән матдәләргә лә бик бай. Мәҫәлән, унда шәкәр — 5 —11, төрлө әсеткес (органик кислоталар) — 3—4, пектин 0,8 процент.

  • Аҡһымдар (0,9-1,2 %);
  • майҙар (0,34-0,45 %);
  • углеводтар (6,8-7,6 %);
  • һыу (79-85 %);
  • аҙыҡ сүстәре (4,4-5,0 %).

Калориялығы: 100 граммы 44-63 ккал тирәһе.

Йәй көндәрендә, бигерәк тэ иртә яҙ, ҡара ҡарағат үҫентеләренән үҙенә генә хас витаминлы хуш еҫ аңҡып тора. Япраҡтары фитонцидтағар, C витаминына, эфир майҙарыа , каротинға.бай.

Халыҡ медицинаһында укы зәңге (цинга), йөрәк, бауыр, ашҡаҙан ауырыуҙары менән ауырығанда һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә лә ҡулланалар. Ҡара ҡарағат емешенән варенье, желе, мармелад, морс варенье, желе, мармелад, морс һәм һәр төрлө кондитер изделиелары, компот яһайҙар.

Ҡара ҡарағат япрағы[үҙгәртергә]

Был ҡыуаҡтың йәш япраҡтары тире ауырыуҙарынан, һалҡын тейгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, ревматизмдан, быуындар ауыртыуынан шифалы.

Йәш япраҡтарҙы төнәтеп, сәй урынына ла эсергә ярай.

Ҡара ҡарағат емештәре һуты һәм шәкәр ҡушып яһалған сиробы ярҙамында тамаҡҡа һалҡын тейеүҙе, үпкәләге ғыжылдау тауышын бөтөрөргә, быума йүтәлгә, эсәклектәге ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеп була.

Шулай уҡ яртылаш гөлйемеш һуты менән ҡушып эсергә мөмкин. Япраҡтарҙы ҡарағат сәскә атҡас йыялар.

Үрсетеү[үҙгәртергә]

Ҡара ҡарағат ултыртҡандың дүртенсе, бишенсе, алтынсы йылдарында мул уңыш бирә. Артабан ул төрлө ҡоротҡостар, ауырыуҙар менән зарарлана һәм уңышы аҙая.

Ултыртыу өсөн ҡырҡып алған ботаҡтан, йәшел һабаҡтан үҫентеләр әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн көҙ көнө юғары уңыш биреүсе ҡыуаҡтарҙан ағаслана башлаған ботаҡтар ҡырҡып алына.

Ботаҡтың йыуанлығы 0,7 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Оҙонлоғон 15—20 сантиметр ҡалдырып осон ҡырҡып ташлайҙар.

Ултыртыу материалдары баҙҙа 2—3 градус йылылыҡта һаҡлана, температура күтәрелә башлаһа, уны, тышҡа сығарып, ҡарға күмергә кәрәк.

Көҙ ҡырҡып алынған ботаҡтарҙы ҡар аҫтында ла һаҡларға мөмкин. Ултыртыу материалдары көҙҙән әҙерләнмәһә, иртә яҙ бөрәләр яралғанға тиклем юғарыла әйтелгән оҙонлоҡта ҡырҡып алырға мөмкин.

Улар 15 х 45 сантиметр аралыҡта тупраҡҡа күмелә. Ер дымлы булырға тейеш. Ике йыл эсендә үҫенте әҙер була.

Дауа сифаттары[үҙгәртергә]

Ҡара ҡарағаттың барлыҡ өлөштәре лә шифалы.Дауаланыу өсөн япраҡтары, сәскәләре, емештәре, бөрөләре, йәш ботаҡтары ҡулланыла.Япраҡтары емештәренә ҡарағанда С витаминына байыраҡ. Ҡара ҡарағаттан эшләнгән препараттар:

  • бәүел ҡыуыуҙы көсәйтә;
  • температура күтәрелгәндә ярҙам итә;
  • тынысландыра;
  • тонусты күтәрә, иммунитетты нығыта;
  • ревматизмды дауалай;
  • шеш процестарын дауалай;
  • яман сирҙәрҙән һаҡлай;
  • антисептик сифатына эйә;
  • организмды таҙарта.

Шуға ла Ҡара ҡарағатты организмдың киң дәирәлә сирҙәрен дауалау өсөн ҡулланалар.

  1. Ҡара ҡарағат антиоксиданттарға (организмды емереүсе ирекле радикал матдәләргә ҡаршы)бай.Ундағы полифенол, антоциан, линолен кислотаһы организмда матдәләр алмашыуҙы нормаға килтерә.Һәр төрлө шеш күренештәренән һаҡлай, эндокрин һәм йөрәк-ҡан тамырҙарының оҙайлы һәм дауамлы сирҙәренән шифа булып тора.
  2. Емештәрендә калий, гамма-линолен кислотыһы, антоциан һәм клетчатка күп булыуы арҡаһында яңы ғына йыйылған емештәрен ашау артериаль баҫымды һәм холестерин кимәлен нормаға килтерә.Атеросклероз һәм уға бәйле йөрәк-ҡан тамырҙарының сирҙәрен дауалай.
  3. Иммунитетты нығыта, грипты, тымауҙы, ангинаны, бронхитты дауалай.
  4. Япраҡтарындағы матдәләр пурин һәм бәүел кислоталарын ҡыуып, бәүел ҡыуығын дауалай, пиелонефриттан, подагранан, гастриттан шифа булып тора.
  5. Экземы, анемия, артрит, ревматизм, ашҡаҙан язваһы, дерматит булғанда шифаһы көслө
  6. Ҡанды таҙалай, ҡан ойошоу процесын нормаға килтерә.
  7. Бауырҙың, талаҡтың, бөйөрҙәрҙең, ашҡаҙан аҫты биҙенең, ашҡаҙан-эсәк юлының эшиәкәрлеген яҡшырта.
  8. Емештәре тамаҡ көйгәндә ярҙам итә, хәтерҙе яҡшырта, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын нормаға килтерә, диабетты профилактикалау, йөрәк ритмын һәм ҡан баҫымын көйләү һәләтенә эйә.

Агротехникаһы[үҙгәртергә]

Ҡара ҡарағаттың файҙалы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, беҙҙең тупраҡ һәм климат шарттарында баҡсасылыҡта ул төп урынды алырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәүәҫкәр баҡсасылар быға бик әһәмиәт биреп еткермәй әле. Уны тәрбиәләү агротехникаһы тупаҫ боҙола.

Һалҡынға сыҙамлы, уңдырышлы сорттар һайлап алыу һанға һуғылмай. Бигерәк тә йәш баҡсасылар осраҡлы үҫентеләр ултырта.

Сағыштырып ҡараһаҡ, сорттар араһында айырма бик ҙур. Беҙҙең республика шарттарында районлаштырылған «память Мичурина» һәм «Башкирский великан» сорттары һалҡынға сыҙамлы, иң уңдырышлы сорттарҙан һанала.

Ҡара ҡарағат ҡар иреү менән япраҡ яра башлай. Шуның өсөн уны көҙҙән, һыуыҡтар башланғансы, ултыртыу хәйерле.

Ауыр тупраҡлы ерҙәрҙә көҙ ултыртыу көткән һөҙөмтәне бирмәй. Бындай ерҙәрҙә яҙҙан тупраҡ баҫыла, тығыҙлана, үҫентенең тамырҙарын өҙгәләй. Ундай хәлдә ҡарағатты иртә яҙ, үҫентеләр бөрө ебәргәнсе ултыртыу мотлаҡ.

Ҡара ҡарағат уңдырышлы, дымлы ерҙе ярата. Ултыртыу өсөн 50—40x50—40 сантиметр ҙурлығында соҡор ҡаҙыла. Өҫтәге уңдырышлы ҡара тупраҡ — бер яҡҡа, аҫтағы уңдырышһыҙ балсыҡ икенсе яҡҡа һалына.

Өҫтәге ҡара тупраҡ бермә-бер органик ашлама: 200 — 250 грамм суперфосфат, 60—70 грамм калий тоҙо һалып ентекләп бутала. Әсе тупраҡлы ерҙәрҙә 150—200 грамм эзбиз йәки 200—300 грамм ағас көлө индерелә. Юғарыла әйтелгән ашлама, эзбиз индереү дозаһы республикабыҙҙың төньяҡ райондары өсөн тәҡдим ителә.

Ашламаны агрохимлаборатория мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып индерергә кәрәк. Һуңғы агротехника ҡағиҙәләре буйынса, коллектив баҡсаларҙа ҡарағатты 0,7 — 1 метр аралыҡта ултыртыу тәҡдим ителә.

Ике йыллыҡ үҫентеләрҙе ултыртҡандан һуң, 25—30 сантиметр ҡалдырып, өҫкө өлөшө ҡырҡып ташлана. Һәр төпкә берәр күнәк һыу һибелә. Үҫентеләр тирәһендә тупраҡ ҡоромаһын өсөн 5 сантиметр ҡалынлығында серетмә йәки торф менән ҡаплайҙар.

Йәй буйы үҫенте тирәһен 4—5 тапҡыр йомшарталар, даими һыу һибәләр, ҡый үләндәрен утап торалар, ҡоротҡостарға ҡаршы төрлө ысулдар ҡулланалар. Шулай эшләгәндә ҡара ҡарағатты ултыртыуҙың беренсе йылында уҡ үҫентеләр көслө тамыр ебәрә, мул уңыш өсөн ныҡлы нигеҙ һалына.

Ҡарағатты яҙ ултыртыу өсөн, көҙ көнө соҡор ҡаҙыла. Ҡар иреп бөтөү менән, ҡарағатты ултыртырға кәрәк.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]