Ҡар (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аҡ ашъяулыҡ таптым,
Ер өҫтөнә яптым. - Ап-аҡ булған ашъяулыҡ,
Ер өҫтөнә ташланыҡ. - Ап-аҡ юрған таптым,
Ер өҫтөнә яптым. - Ҡара урман өҫтөнә мамыҡ күпсек ташланым.
- Аҡбикәнең аҡ юрғанын
Йәйеп ҡуйҙым ҡантарҙа
Йыйып алдым һәүерҙә. - Мамыҡ түшәгем
Ергә түшәнем. - Ҡабара ла ҡабара,
Ҡабарынған мамыҡтай. - Аҡ мамыҡ менән бөтә донъя тулған.
- Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығы кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән?
Ап-аҡ ондо кем түккән? - Айыу бабай йөн тетә,
Йөнлө еңен һелкетә. - Аҡ ҡына,
Семтеп ала саҡ ҡына,
Ята шым ғына,
Үлер ваҡыты етте иһә —
Илай тын ғына. - Тауышһыҙ-тынһыҙ оса,
Ышыҡҡа килеп боҫа,
Шым ғына ята-ята ла
Үлер алдынан бер геүләп ала. - Ҡанатһыҙ — оса,
Аяҡһыҙ — саба;
Тышта өйөлә,
Өйҙә йәйелә. - Осоп килә,
Йөҙөп ҡайта. - Осоп килә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, һеңеп бөтә. - Урамда — батыр,
Өйҙә — илаҡ. - Тышта — тау,
Өйҙә — һыу. - Ҡыш буйы ятты-ятты ла
Яҙ еткәс, тороп сапты. - Ҡышын ята таштай,
Яҙын саба аттай. - Ятты-ятты ла
Йылғаға ҡарай сапты. - Өй урата аҡ арҡан.
- Мамыҡ юрған,
Ҡат-ҡат һыр(ы)ған —
Үҙе һып-һыуыҡ. - Шәкәр тиһәң — шәкәр түгел,
һөт тә түгел — үҙе аҡ;
Мамыҡ тиһәң — мамыҡ түгел,
Йә, был нимә? Уйлап тап.