Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Вәлимә 56

Викидәреслек проектынан


Был ҡатнашыусы Викидәреслектә 8 йыл, 1 ай, 13 көн.

Ҡатнашыусы:Вәлимә 56(Элекке ник Вәлимә). Науразбаева Нәсимә Әхмәҙи ҡыҙы. Бөрйән районы Байназар ауылынан. Белеме: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты (СГПИ) — 1973—1978 йылдар, физмат.

Эшләгән урыны: Байназар урта мәктәбе — 1978—2011 йылдар.

Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы (1 февраль 1956 йыл) - хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультытын тамамлаған, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбендә 34 йыл математика фәненән белем биргән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1996 йыл), Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы: Ни өсөн Википедияла эшләргә булдым? Теүәл фән булараҡ математика күберәк урыҫ телендә алып барыла. Шуға күрә лә математиканың башҡорт телендә ҡулланыу даирәһен арттырырға ине, тигән теләк күптән бар ине. Бынан тыш тыуған яғымдың патриоты булараҡ, Бөрйән районының күренекле шәхестәрен танытыу, тарихы, шәжәрәләре, ер-һыу атамалары юғалып ҡуймаһын тигән һорауҙар ҙа борсой ине. Ошоларҙы хәл итеүгә әҙ булһа ла көсөмдө индерә алыуыма бик шатмын.