Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙан (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Өҫтө яҡты, төбө ҡараңғы.
  2. Йом, йом, йом ҡара,
    Йомаҡ эсе сөм-ҡара.
  3. Уттан һыуҙы һөйҙөрә,
    Тотһаң, ҡулды көйҙөрә.
  4. Ҡолағы бар — ишетмәй
    Тигеҙ ергә ултырмай.
  5. Ҡара һыйырымдың ҡарыны йыуан.
  6. Ҡола бейәм ҡойоға батҡан,
    Ҡолағы күренеп ятҡан.
  7. Муйылдай ҡара егет
    Көҙгө тотоп ултыра.
  8. Ҡараңғы өйҙә ҡара ҡалпаҡ.

Ҡаҙан, ут

  1. Ҡарабайҙы Ҡыҙылбай ялай.
  2. Ҡараһы ҡарап тора,
    Ҡыҙылы ялап тора.
  3. Ҡара һыйырым ҡарап тора,
    Ҡыҙыл һыйырым ялап тора.
  4. — Оҙон ағай, ҡайҙа бараһың?
    — Ырылдама, ҡарап үт, ҡара арҡамды ялап үт.

Тағанға аҫылған ҡаҙан

  1. Ҡара бесәйем ҡойроғонан аҫылған.
  2. Ҡарабай аттан йығылды,
    Иле, йорто йыйылды.

Ҡаҙан ҡапҡасы

  1. Ҡара һыйырымдың ҡабырғаһы
    Ҡаҙаныма һыйманы.
  2. Атаһы балаһын күтәреп тора.