Ҡаҙ майы
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡаҙ майының составы
[үҙгәртергә]Составындағы (70%) туйынған һәм туйынмаған май кислоталары (Омега 3, Омега 6, стеарин, олеин, линол кислоталары) арҡаһында ҡаҙ майы химик үҙсәнлектәре буйынса зәйтүн майына оҡшаш. Төп өҫтөнлөгө: бик түбән һәм юғары температураларҙы кисерә ала.Тап шул үҙсәнлеге тирене көслө ҡояш нурҙарынан да, һалҡындан да һәйбәт һаҡлай.Шулай уҡ, тирене туҡландырыу, йәшәртеү һәләтенә эйә, уны сирҙәрҙән һәм ҡауаҡланыуҙан һаҡлай.
Шулай уҡ, ҡаҙ майының составында : В1, В2, В3, В5, В6, В12, Е, РР һәм башҡа витаминдар бар.Улар антиоксидант үҙсәнлектәренә эйә, иммунитетты нығыта.
Составындағы минералдар: цинк, натрий, медь, селен, магний матдәләр алмашыныуын көйләүҙә ҡатнаша
- Май кислоталары. Организмдың һыу балансын яйға һала, липидтарҙың үтеп инеүен арттыра, ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә булышлыҡ итә, тиреләге яраларҙың төҙәлеүенә лә ярҙамы зур.
- Селен. Матдәләр алышыныуын көйләй, аҡһымдар, углеводтарҙы һәм йодты үҙләштерергә ярҙам итә.
- Холестерин. Күҙәнәктәрҙең нигеҙе булып һанала, Д витамины тупланыуға ярҙам итә.
- Е витамины. Иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡаҙ майының шифаһы
[үҙгәртергә]- Бронхит. Оҙаҡҡа һуҙылған йүткереүҙән ҡотолоу өсөн ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән болғарға Һәм аш алдынан бер ҡалаҡ ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгөлөккә күкрәк тәңгәленә һөртөргә була. Файҙаһы өс көндән үк күренәсәк.
- Туберкулез. Әлеге сирҙән арыныу өсөн иретелгән ҡаҙ майына алоэ һуты, какао, ваҡланған эрбет (кедр) сәтләүеге ҡушып болғарға ла парҙа йылытырға. Көнөнә дүрт тапҡыр һөткә ҡушып ҡабул итергә. Ынғай үҙгәрештәр бер аҙнанан уҡ күренәсәк.
- Үпкә ялҡынһыуы. Эретелгән ҡаҙ майы менән һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылытырға һәм пергаментҡа һөртөргә. Ҡағыҙҙы күкрәккә ҡуйып, өҫтөнә йылы шәл (шарф) һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға. Курс бер аҙна.
- Өшөү. Тәнде н өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөрткәнгә тиклем, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң ғына массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки шәлгә төрөнөп ултырырға
- Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған май (2:1) ярҙам итә. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер нисә мәртәбә ошо майҙы һөртөргә кәрәк. урлау курсы - 20 көн.
- Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда уны мунсала ҡаҙ майы менән ышҡыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Процедуранан һуң йылы итеп төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан һуң ревматизм уҙырға тейеш.
- Мускулдарҙың ауыртыуы. Бындай ваҡытта ҡаҙ майы, бао һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһау һәйбәт Һөҙөмтә бирә. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығарырға, ҡан әйләнешен яҡшыртырға, капиллярҙарҙы нығытыуға булышлыҡ итә.
- Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың аналыҡ көпшәһен таҙарта, ә ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың активлығын арттыра.
- Простатит. Был ауырыуҙы ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ гөлө төнәтмәһен ҡабул итеп дауаларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә. Ике аҙнанан һуң сир сигенергә тейеш. Шулай ҙа төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итеү яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә килтерәсәк.
- Тромбофлебит һәм аяҡтар сирләгәндә. 2 өлөш ҡаҙ майын һәм 1 өлөш каланхоэ һутын ҡушып бер нисә көн тоторға, һалҡын һәм ҡараңғы урында һаҡларға. Төнгөлөккә сирле урындарға һөртәләр.
- Гинекологияла, геморрой булғанда.100 г ҡаҙ майын 1 ашҡалаҡ кипкән календула сәскәләрен ҡушып, 20-30 минут һыулы баняла йылыталар, унан һөҙөп алалар.Ҡалдығын тампон ҡуйыу өсөн файҙаланалар. Тампондарҙы 10 көн буйы ҡуялар. Гинекологик сирҙәр булғанда ун көн арауыҡ аша 2 курс дауа үткәрәләр.
- Ҡаҙ майын косметик сара булараҡ та файҙаланалар. Ул айырыуса һалҡын кѳндәрҙә файҙалы. Һыуыҡтан бит-ҡулдар ярылмаһын ѳсѳн 5 грамм камфара майына 50 грамм ҡаҙ майы ҡушып, биткә һѳртѳргә лә 20 минут тоторға. Артыҡ майҙы салфетка менән һѳртѳп алырға.
- Сәстәр ныҡ һәм ялтырап торһон ѳсѳн, майҙы йылытып сәс тамырына һѳртѳргә һәм уны таҫтамал менән урап, ярты сәғәт тоторға. Дѳйѳм алғанда, ҡаҙ майының кире эҙемтәләре юҡ тиергә була. Тик ауырлы, имеҙгән ҡатындарға, 3 йәшкә тиклемге балаларға, бауырҙары, бѳйѳрҙәре менән етди проблемалары булғандарға бындай дауалау сараһы тәҡдим ителмәй. Майҙы быяла йәки керамик һауытта, ныҡлы ябып, һалҡын урында, ҡайһы бер осраҡта туңдырғыста ла һаҡларға була. Ул үҙенең дауалау үҙенсәлеген 3 йыл буйы юғалтмай.