Эстәлеккә күсергә

Ҡаҡланған ит

Викидәреслек проектынан

Ҡаҡланған ит — теләһә ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай торған һәм ашау өсөн әҙер, ныҡ туҡлыҡлы аҙыҡ.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • Эре малдың һум ите
  • Тоҙ

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Эре малдың һум итен телгеләп сығалар. Һәр телемде мул итеп тоҙ менән әүәләйҙәр. Бер аҙ ятҡас, телемдәрҙе элеп ҡуялар.

Оҙайлы ваҡыт эсендә тоҙ тәьҫиренән ит «бешә» (ҡаҡлана). Ашар алдынан йоҡа ғына телемдәргә киҫәләр.

Ҡаҙ, өйрәктәрҙең итен бөтөн килеш ҡаҡлайҙар. Эсен, тышын мул итеп тоҙ менән ыуалар. Эсенә тоҙ тултырып, тыштан таҙа сепрәк йәки бүҙ (марля) менән төрөп, элеп ҡуялар.