Ҡаҡланған ҡаҙы

Викидәреслек проектынан

Ҡаҡланған ҡаҙы — оҙайлы һаҡлауға тәғәйенләнгән ризыҡ.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Ҡаҙы өсөн ғәҙәттә йылҡы итенең ҡабырғаһын (йә эс майына ит ҡушып) ҡулланалар. Ҡабырға һөйәктәре өҫтөндәге итте, май ҡатламы менән бергә, оҙон, нәҙек киҫәктәргә телеп, айырып алалар. Әҙерләгәнде тоҙлап һәм борослап, яҡшылап йыуылған эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар.

Эсәктәрҙең ике башын да бөрөп бәйләгәс, туңдырырға һалып ҡуялар. Яҙға ҡарай, февраль аҙаҡтарында-март баштарында ҡаҙыны ҡаҡларға элергә мөмкин.

Ҡаҡлау өсөн ҡаҙыны ҡояш тура төшмәгән күләгәле еләҫ урынға элергә кәрәк. Тышынан тоҙлап та ҡуйғанда, ҡаҙы йәй буйына ла һәйбәт һаҡлана. Бешерергә һалғанда ҡаҙыны тишмәйҙәр, сөнки майы ағып сыға.

Талғын утта оҙаҡҡа һуҙмай бешереп алалар ҙа, һалҡын урынға һыуытырға ҡуйып торалар. Табынға телемләп турап бирәләр.

Ҡаҙы төрҙәре[үҙгәртергә]

Ҡаҙының өс төрө була:

1. Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.

2. Ҡабырғалы ҡаҙы — ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.

3. Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр.

Ыҫланған ҡаҙы ла була. Уны ерек ағасы сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр.

50-60С градус эҫелектә ҡуйы төтөн менән 12-18 сәғәт дауамында ыҫлайҙар.

Унан һуң 4-6 сәғәт тирәһе 12С градус температурала киптерәләр.