Ҡомалаҡ ҡайнатмаһынан әҙерләнгән ауыл икмәге
Уҡыу көйләүҙәре
Составы
[үҙгәртергә]- Он
- Ҡомалаҡ (1 литр һыуға — 1 ус ҡомалаҡ)
- Һыу
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Ҡомалаҡты ҡайнатып, һөҙгөс аша һөҙөргә. Һыуына эҫе килеш он һалып, төйөрҙәре яҙылғансы болғатабыҙ. Һыуынғас бер аш ҡалағы башлыҡ әсетке өҫтәйбеҙ. Унан йылы урынға әсетергә ултыртабыҙ. Күбекләнеп әсегәс, һыуытҡысҡа тығабыҙ.
Икмәккә баш әҙерләү
Онға самалап һыу ҡойоп, 3-4 аш ҡалағы (самалап) ҡомалаҡ ҡайнатмаһы һалып болғатабыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ хәлендә булырға тейеш. Тағы ярты сәғәт тирәһенә йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамыр әсеп сыҡҡас, бер аҙ һыу өҫтәп, кәрәгенсә тоҙ, он һалып, ҡуйы рәүешкә килтереп баҫабыҙ. Йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡалҡып сыҡҡас, табаларға бүлеп һалабыҙ, ҡамыр бер аҙ күтәрелгәс, эҫе мейескә бешерергә ҡуябыҙ.