Эстәлеккә күсергә

Ҡомған (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Ҡула (бронза) ҡомған
  1. Көлдөксәлә еҙ тәкә,
    Етәкләтә, күтәртә,
    Үҙе бармаҫ,
    Эйәртһәң, ҡалмаҫ.
  2. Мороно мортас,
    Ҡарыны ҡартас,
    Атҡа менмәҫ,
    Йәйәү бармаҫ.
  3. Мороно мортас,
    Ҡарыны ҡартас,
    Йәйәү йөрөмәҫ,
    Тик тормаҫ.
  4. Аяҡһыҙ ҡулһыҙ, мәстүбәгә менә.
  5. Аяҡһыҙ булһа ла йөрөп тора.
  6. Өй артында бер әтәс, муйынын бороп ултыра.
  7. Өй артында еҙ тәкә,
    Етәкләтә, күтәртә.
    Үҙе бармаҫ,
    Эйәртһәң — ҡалмаҫ.
  8. Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
    Үҙе етәккә бик шәп.
  9. Бохар бесәйем бит ағарта.
  10. Бохарҙан килгән йылтыр,
    Ҡойроҡ осо сонтор.
  11. Арымаҫ, талмаҫ,
    Үҙе йәйәү йөрөмәҫ.
  12. Арымай-талмай,
    Атҡа менмәй,
    Йәйәү йөрөмәй.
  13. Арымаҫ, талмаҫ,
    Эйәрһә, кешенән ҡалмаҫ.