Эстәлеккә күсергә

Ҡорама кантон Муйнаков

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Ҡорама кантон Муйнаковтың шәжәрәһе

Ошо шәжәрәмде мин Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына, ысын мәғәнәһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты, Сталинград һуғышынан яраланып, һыңар күҙен юғалтып иҫән ҡайтып та Учалы районының "Они вернулись с победой" китабына ла индерелмәгән, ҡартатайым Шәңгәрәев Сөләймән Ҡыҙырғали (1898-1968) улының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Ҡорама ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 92 ауылдаштарыбыҙ ҡатнаша, шуның 50-һе яу яландарында ятып ҡала, насип булғас 42 яугиргә әйләнеп ҡайтырға яҙған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ошо шәжәрәләге беҙҙең туғандар

[үҙгәртергә]

Яу яланында ятып ҡалғандар

• 1.Ҡәипов Әлҡәф Ғәбдрәхмән улы,
• 2.Ҡәипов Әхтәм Ғәбдрәхмән улы,
• 3.Ҡәипов Ишбирҙе Билал улы,
• 4.Мостафин Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы,
• 5.Мостафин Мәулитбай Йомабай улы,
• 6.Мостафин Мөждәбә Ғүмәр улы,
• 7.Мостафин Нәжип Солтан улы,
• 8.Мостафин Язар Солтан улы,
• 9.Мостафин Сәитғәли Ҡорбанғәли улы,
• 10.Мостафин Сәлих Бикмөхәмәт улы,
• 11.Фатҡуллин Фуат Шаһибал улы

Ә был исемлектәге яугирҙәр Еңеү менән ҡайттылар

• 1.Исхаков Сөләймән Оморҙаҡ улы,
• 2.Ҡәипов Миҙхәт Билал улы,
• 3.Мостафин Ғүмәр Йомабай улы,
• 4.Мостафин Мөжәуир Дәуләт улы,
• 5.Мостафин Мөхәррәм Дәуләт улы,
• 6.Мостафин Хашим Юлмөхәмәт улы,
• 7.Шәңгәрәев Сөләймән Ҡыҙырғәли улы.

Фәтих бабай Нафиков һөйләгән шәжәрә

[үҙгәртергә]

Ҡорама ауылында 1998 йылда үткәрелгән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында ауылдың аҡһаҡалы Фәтих бабай Нафиков сәхнәгә сығып ошо һүҙҙәрҙе әйткән ине:

"Ҡорама ауылына нигеҙ һалыусы Ҡорама кантондың нәҫелен бөгөнгө көндә дауам итеүсе берҙән бер ғаилә - Сәғиҙулла Шәңгәрәевтың ғаиләһе". 

Ошо көндән башлап ауылдың тарихын өйрәнеү һәм шәжәрәбеҙҙе төҙөү теләге тыуҙы, был бик ҙур этәргес булды. Атайыбыҙҙан үҙеңдең кантон нәҫеленән икәнеңде белә инеңме тигән һорауға, ошолай яуап бирҙе:

"Ауыл ҡарттары, күберәген Әхмәтвәли бабай, һуңынан уның улы Фәтих ағай һөйләй торғайны. Тамырҙарыбыҙ Айшан менән Тайшандан киткән тип. Ҡорамала ике Сөләймән булды, береһен ҡаҙаҡ Сөләймән тинеләр, ә атайымды - "кантон Сәләймән" тинеләр. Шул уҡ ваҡытта Хәҙисә апайымдың ҡушаматы бар ине "кантон малайы" тигән, сөнки күберәк утынға ул йөрөнө, ә мин Заһиҙулла ҡустыны өйҙә көтөп ҡала инем. Тик совет  йылдарында кантондар, батша офицерҙары тураһында һөйләү тугел, һорашырға ла оялдыҡ, ҡыйманыҡ". 

Әхмәтвәли бабай Нафиков ваҡытында ауылдың иң абруйлы, уҡымышлы кешеһе ине, күп кенә йылдар ауылдың муллаһы булды. Ул ауылдың тарихын да яҙып барған. Ата-олатайҙарҙан ҡалып, нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән, борондан яҙып барылған ҡомартҡы һәм ауылдың шәжәрәһе лә унда һаҡланған булған. Тик 70-се йылдарҙа ул яҙмаларҙы кемдер алып тора ла кире ҡайтармай.

Шәжәрәне өйрәнеү һәм яҙыу барышында үҙенең олатаһының исемен белмәуселәр ҙә осраны, бик күптәргә хас күренеш ине был. Сәбәптәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, был халҡыбыҙ өсөн ят, бик насар күренеш. Сөнки ата- бабаларыбыҙ беҙгә "һәр башҡорт үҙенең кәмендә ете быуынын белергә тейеш", - тигән васыят ҡалдырған. Шәжәрә төҙөп, уның менән халыҡты таныштырыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеүгә булышлыҡ итә, сөнки төрлө сәбәптәр менән фамилиялары үҙгәреп, бер-береһен белмәгән яҡын туғандар була, белгәндәре лә нисек, кем яғынан икәнен белеп еткермәйҙәр. Ә иң мөһиме - йәштәргә нәҫел нәсебен өйрәтеп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата-әсәһенә ихтирам тәрбиәләүҙә, уларҙа намыҫсанлыҡ, үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ үҫтереүҙә.

Ғосман хәҙрәт яҙып ҡалдырған шәжәрә

[үҙгәртергә]

Барын-Табын ырыуы шәжәрәһен 1900 йылдарзың башында Кәрим ауылы кешеһе Ғосман хәҙрәт яҙып ҡалдырган, ә 1922 йылда Мулдаҡай ауылының Дуғым аймағынан Гаязетдин Бәҙретдин улы (1883 йылда тыуған) уны күсереп, яңы мәғлүмәттәр төҫтәгән. Шәжәрә былай башлана: "Элек беҙҙең төп бабабыҙ Бохара шәрехендән бей Барун Ҡара шейх булған. Шуның өсөн бәғзе бүлекләребеҙҙе "Барун башҡорто" тип йөрөткәндәр. Беренсе - Ҡара шейх, икенсе - Дәүли шейх, өсөнсө - Ҡотло шейх, дүртенсе - Мунғаҡ, бишенсе - Хажи Буға, алтынсы - Мунсәм, етенсе - Жәнсәм, һигеҙенсе - Асанби, туғыҙынсы - Турғай. "Беҙҙең Уралдың көньяҡ битендә йәшәүсе башҡорт ағайҙар щул Турғай балаларынан таралып киткәндәр... - тип яҙа Рәүф ағай Насыров үҙенең яҙмаларында. "Турғайҙың Иҫәнбәт тигән улының өс улы булған. Береһе - Ҡәмбәр, икенсеһе - Күкәм, уның тармағы - Атанай, Ҡаракеше, өсөнсөһе- Тәңребирҙе. Ҡәмбәрҙән таралғандар: беренсеһе - Аҡсуранан - Ҡамайс тархан, икенсеһе- Туҡсура".

Шәжәрә сама менән 1430-1920 йылдарҙы эсенә ала. Һәм ул асылда ошо төбәктәге ата-олатайҙарҙың тарихына бәйләнгән.

Ҡорама ауылы хаҡында

[үҙгәртергә]

Рәүиз сказкаларын буйынса

[үҙгәртергә]

Рәүиз сказкаларын ентекләп тикшергән Ә. Әсфәндиәров бына ошондай мәғлүмәт бирә: "Туңғатар ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта яңы Ҡорама ауылы барлыҡҡа килгән. Уға 4-се кантон начальнигы, 14 -се класс чиновнигы, Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан Ҡорама Муйнаҡов (1760-1828) нигеҙ һалған. "1811 йылғы Рәүиз сказкаһында Ҡорама Муйнаҡов Малай Муйнаҡ ауылында теркәлгән, ә бына 1834 йылда әлеге "Яңы" тигән Ҡорама ауылында күренә. Тимәк, ауылдың иҫкеһе лә булған. Сөнки ошо ауылдың аҡһаҡалы Кәрим Сагитовтың ауылда балаларында үҙ ҡулы менән яҙған яҙмаһы һаҡланған, тағы Рәүф Насыровта күсермәһе барлығын беләбеҙ (ж.Ағиҙел №9 1999. стр 170). Бына ул: "Ҡорамала беҙ быуат ярым йәшәнек. Уға тиклем беҙҙең олатайҙар бөгөнгө Силәбе өлкәһе Уйск районы Ларин ауыл Советының Бужын исемле ауылында йәшәнек. Йыраҡлығы 8 саҡрым. Был булған 1700-се йылдарҙа", - тип. Ләкин Бужын ауылының 1811-се йылғы Рәүиз сказкаһында Кәрим олатайҙың олаталары Бужында теркәлгән, ә инде 1859-сы йылда Ҡорама ауылында бер аймаҡ булып Бужын урамында әлеге көндә лә тамырҙары, нәҫелдәре йәшәй. Өҫтәлмә мөғлүмәттәр нигеҙендә шуны ла өҫтәп китер кәрәк(Ф. Шаһиев ). Бужын ауылы Ҡорама менән Ларин (Ҡолаҡты) араһында булған. Ул ауылдың бер өлөшө Ҡорамаға күсеп ултыра. Был күсенеү 1835 йыл булырға тейеш. Сөнки 1835-1837 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығы (Новая линия) үткәрәләр. Ул Силәбенән Ырымбурға тиклем бөтә башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарын күсереп, казак линияһын төҙөү булған. Легенда буйынса Бужынбайҙың улы Бәхтиәр землемер менән килгән жандармға һуға. Уның тол ҡатыны 4 балаһы менән Ҡорамаға күсеп китә. Бәхтиәр 45 йәшендә генә үлеп ҡалған - уны ике аяғын атҡа бәйләп һөйрәтеп алып китәләр.

Икенсе легенда буйынса Ҡорама ауылына землемер килгән. Ул Ҡорама кантондың тройка аты менән ҡырандасын күреп уларҙы биреүен һорай. Юғиһә, ерен дөрөҫ үлсәмәйәсәген әйткән. Ҡорама аҡһаҡалдар менән кәңәшләшкәс, уларҙың берәүһе: "Ер әйбер түгел, кеҫәһенә һалып алып китмәҫ, тройка менән ҡырандасты бирмә", - тип кәңәш иткән. Һөҙөмтәлә тау башында ултырған Ҡорама кантон өйөнөң ҡап уртаһынан сик үткән.

Бында Ҡорама Муйнаков 1798 йылдан алып 1819 йылға тиклем 4-се кантон начальнигы булып торған.Тимәк яңы Ҡорама ауылы 1816 йылғы перепись һуңынан 1819-1820 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип әйтергә була, Кәрим олатайҙың әйтеүе буйынса ла.

Ҡорама кантондың балалары:

[үҙгәртергә]

1. Юртовой старшина һәм кантондың ярҙамсыһы, 14 класслы чиновник Ураз Курамин -1785й, уның улы Ирғәли - 1813 й.

2.Юртовой Есаул Ишнияз - 1798 йылда тыуған, уның өс ҡатыны - Нәзифә, Наза, Ҡотлобикә һәм уларҙың балалары - Шәриәз (1813), Юнус (1820), Шаһиәхмәт (1828), ҡыҙы Заһиҙә.

3. 14 класслы чиновник Шаһингәрәй Курамович Каипов - 1828 й., ҡатыны Айһылыу, уларҙың улдары Сәфәрғәли (1847), Ҡыҙырғәли (1849) һәм ҡыҙҙары Дәуләтбикә (1854), Ҡорғамбикә (1857).

Данлыҡлы фән эшмәкәре Әнүәр ағай Әсфәндияров үҙенең китаптарында Ҡорама кантонды Ҡара-Табын өйәҙе старшинаһы, Пугачев восстаниеһенең актив етәксеһе, тархан Рәсүл Этиммәсевтарға тоташтырып ҡуя. Беҙ бында хаталыҡ киткән тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки ололарҙың һәм атай-олатайҙарымдың һөйләүҙәре буйынса, Р. Насыровтың яҙмаларын өйрәнгәндән һуң, тағы һуңынан Өфө архивтарындағы Рәүиз сказкаларын (1811, 1834, 1859) ентекләп өйрәнгәндән һуң ошоларҙы асыҡланыҡ: Буғайҙың өс улы булған - Йомаҡай, Айшан, Тайшан. Айшандан Ҡәйеп тыуа, Ҡәйептең улдары - Муйнаҡ, Ҡунаҡбай, Зөлҡәрнәй, Ҡолһары, Байһары һәм Ҡоламан. Быны Рәуф Насыров та яҡлай ( "Ете һыу башы", стр. 74 схема 18). Ә Муйнаҡтан 14 класслы чиновник, потомственный дворянин, кантон системаһы барлыҡҡа килгәндән бирле 1819 йылға тиклем 21 йыл 4-се кантон башлығы булған Ҡорама һәм икенсе улы Алама тыуа. Архив документтарында ла Ҡорама кантондын улдары Ураз Курамович Каипов һәм Шәгингәрәй Курамович Каипов тип яҙылған. Әнүәр ағай Әсфәндияровтың яҙыуынса Каипов булмай Расулевтар булыр ине. Унын схемахында Кәип тигән кеше юҡ.

Профессор Ә. Әсфәндияровтың «Ауылдар тарихы» китабында Ҡорама кантон тураһындагы мәғлүмәттә тағы ла бер яңылышлык киткән, ул Ҡорама кантондың улы итеп беҙҙең хөрмәтле яҙыусыбыҙ, беҙҙең ауылдашыбыҙ Спартак ағай Илъясовтың олатайҙарының береһе Сәхәүитдин Ҡорамшинды (яңылыш Курамин тип уҡып) күрһәткән.

1819 йыл Ҡораманың ярҙамсыһы, йорт старшинаһы Төхфәтулла Үтяев начальнигы өҫтөнән доностар яҙып, урынын баҫып ала. Төхмәт (урындағы һөйләш буйынса), ришүәттәр алып, енәйәтселәрҙе тикшереүҙән, хөкөмдән, бик күптәрҙе ғәскәри хеҙмәттән ҡотҡарған, яуыз турә булып халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған. Ришүәт бирмәүселәрҙе төрмәгә яптырыусы, ҡул-аяҡтарына бығау һалдырыусы, астан интектерусе бер яуыз әҙәм булып танылған ул. Төхмәт кантон 17 йыл буйы ошолай ҡыланып, ришүәтселек өсөн 20 тапҡыр хөкөмгә тарттырыла, ләкин үҙе властарга биренеп, төрмәнән ҡотола. Төхмәт кантон кантонлыҡты Ҡораманан ситкә хәҙерге Силәбе өлкәһе Уйск районының Төхмәт ауылына кусерә (әлеге ваҡыттағы Никольскигә). Губернатор Сухтерин Төхфәттең боҙоҡлоҡтарын иҫбат итеүе мөмкин түгел тип ҡуя. Шулай булһала халыҡ асыуынан ҡурҡып, һәр ваҡыт яҡлап ҡалып булмай тип, 1832 йылда Сенат ҡарары менән шәхси дворян титулы һәм званиелары тартып алынып, үҙен ғүмерлеккә Себергә ебәрәләр (ЦГИА РБ фонд Г2 Об1 д. 1681 №12). Силәбе өлкәһенең Уйск районының Төхмәт ауылы (хәҙерге Никольск) шул кантондың тыуған төйәге булырға тейеш. Ә Ҡорамаларҙың икенсе өлөшө, Кәримдән Йомабаев Ғәлимйән һөйләүе буйынса, казактар яғынан ҡасып килгән. Кантон башлығы уларға шундағы һаҙлыҡты (Асыны - Р.Н.) файҙаланырға биргән. Улар аймаҡ-аймаҡ булып ултырған. Бында хәҙер Бужын аймағы, Манаш, Уртасуҡ, Соҡораҡ (Соҡорҙан алынған), Үрьяҡ аймаҡтары бар.

Ауыл уртаһынан Ғәйней йылғаһы ағып ята.

Аймаҡтарҙағы исем-фамилиялар теҙмәһе

[үҙгәртергә]

Аймаҡтарҙағы исем-фамилиялар теҙмәһе 1859 йылғы Х Рәүиз сказкаға нигеҙләнеп бирелә. Соҡораҡ (ысын Ҡорама урыны) аймағында - Ҡорама кантон һәм уның улдары зауряд есаул икенсе улы Ишнияз, уның Ишнияздың улдары Шарияз, Юнус, Шаһиәхмәт, беренсе улы Ураз (Минлебай ауылына кусерелгән һәм шул ауыл Ураҙ Ҡорама улы Каипов хөрмәтенә Ураҙ исемен йөрөтә һәм шуны дәлилләп яҙа Ә. Әсфәндиәров "История сел и деревень" китабында), өсөнсө улы Шаһингәрәй Каипов; отставкалағы походный старшина Ҡолой Ҡолһарин һәм уның улдары Абдулкәрим, Мөхәмәтрәхим, Әбдулкәбир, Әбделхәй;

Зөлҡәрнәйҙең балалары - Ғәбиҙулла,старшина ярҙамсыһы Ниғмәтулла, Ғәйнулла (Фаткуллиндар); Аламаның балалары - зауряд сотник Сәйфетдин Аламин, зауряд есаул Баһаутдин Аламин (Каиповтар), Ҡунаҡбайҙың балалары - указлы мулла Ҡотлоҡадым Ҡунаҡбаев (Мостафиндар) һәм Һаҙый Ҡунаҡбаевтар, аҙансы Ҡарантай Ҡотлоюлов, Иҫәнгол Айнулов (Тунгатаровтар);

Айырмалы Шаһингәрәй Каипов тураһында. Ырымбур губернаторы Перовскийҙың Ырымбур ҡалаһы Неплюев хәрби училищеһы подполковник Марковка яҙған хаты (1838 йылдың 16 авгусынан) нигеҙендә башҡорттарҙың 20 юғары чинлы офицерҙарының һәм чиновниктарының балалары училищеға ҡабул ителә. Бына шул балалар араһында беҙҙең олатайыбыҙ 10 йәшлек Шаһингәрәй Ҡорама улы Каипов та бар. Ҡыҙырғәленән минең олатай Сөләймән Шаһингәрәев-Шәңгәрәев (1898- 1968) тыуған, уның улдары Сәғиҙулла (1931) менән Заһиҙулла (1943) Шәңгәрәевтар.

Урге як (йәки Вәлишә урамы) аймағында - Ҡотоевтар (Нафиковтар);

Урта суҡ аймагында - Ишкенә Сагитов һәм уның улы писарь Тляукәбел Ишкинин (Муратшиндар), зауряд есаул Яныбай Дәүәбилев, зауряд сотник Илбәк Дәүәбилев, указлы мулла Сәхәүетдин Курамшин.

Бужында(иң "йәш" урам) - Сәғит Бахтияров (Сагитовтар, Бахтияровтар), Нәсир Кажакаев (Ильясовтар, Ишниязовтар, Таһировтар), Таҡтамыш һәм Атьетәр Бажиновтар; Манаш(сығышы билдәһеҙ,элек бер нисә йорт булып ултырған, унда һунарсылар йәшәгән) аймағында - Зәйнулла Мәшәкәев, Тураман Кабылов, Хәмзә Монасипов һ. б.

Ҡужай ауылы Ҡорама менән йәнәш булғандар. Йәйләүҙәре лә бер ерҙә - Урал яғындағы Һартүр тауында һәм Ямаҙы яландарында. Ике ауыл Айшан менән Тайшандан киткән, тигән мәғлүмәт бар. "Улар ике туғандың балалары. "Был лаҡапты Ғосман шәжәрәһе лә нығыта, - тип раҫлай Р. Насыров".

"Ҡортҡасыҡтың (Туңғатарҙың атаһының) Ҡускилде тигән улы булған, - тип яҙа ул. - Ҡырғыҙ Кук кулмән ырыуынан урлап килтерелгән бер йөкле ҡатындан булғандыр бер ир бала. Был балаға Буғай тип исем биргәндәр. Буғайҙың өс улы була: Йомаҡай, Айшан, Тайшан... (Икеһен дә Көмәс тауы битендә ерләгәндәр тип һөйләй торғайны олораҡ кешеләр. "Тамьян шишмәһе өҫтөндә бер мәмерйә - таш ҡыуығында, ҡәбер таштары ла, Әләмдәре лә булған. Был була 1610-1616 йылдарҙа", - тип өҫтәп китә Спартак Ильясов үҙенең "Барын - Табын хәтере" китабында).

Был осорҙа барын-табындар ерҙәренең Сыбаркулдән алып Үрге Яйыҡ крепосына тиклем һуҙылғанлығы мәғлүм. Профессор Ә. Әсфәндияров, Урал аръяғы волостарында 1740 йылда ғына ла 537 ауыл (3899 йорт) яндырылған, тип яҙа. Ә. М. Ғафаровтың иҫәпләүенсә, 1734-1740 йылдарҙа Башҡортостанда 7000 ауыл яндырылып, 60 мең кеше һөргөнгә оҙатыла, бихисап ҡатын-ҡыҙ, балалар ҡоллоҡҡа һатыла. Был хәтлем хәсрәттәрҙең иң куп өлөшө барын - табындарға, улар менән аралашып йәшәгән ҡыуаҡан һәм ҡара табындар иңенә төшкән.

XIX быуат

[үҙгәртергә]

Шулай ҙа, Х1Х быуат һуҙымында, халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, барын-табындар саҡ ҡына хәлләнә төшә. Тик 1834 йылда 33 йортта 214, 1859 йылда - 57 йортта 451 кеше булған. (1920 йылда 745 кеше 156 йортта йәшәгән). Ҡорамалар - ярым көтөүселәрҙән. 33 йорттан 30 кибеткә йәйләүҙәргә күсә торған булған. Йәйләүҙәре ауылдан йыраҡ тугел Ҡолонҡайтан Урал тауының башына етеп, йылғалар Алтмыш ҡолан һәм Йәмәҙе буйҙарына еткән. Ҡорамалар 33 йортта 250 ат, 100 һыйыр, 300 һарыҡ, 15 кәзә малы тотҡандар. Иген бөртөклөләрен 1040 бот сәскәндәр 214 кешегә. Троицк (Өстамаҡ) өйәҙенә ҡараған башҡорт ауылдары 1832 йылға тиклем 4-се кантон тип исемләнгән. 4-се кантон 1832 йылда икегә буленеү сәбәпле, кантондың беҙҙең төбәк ауылдары ингән өлөшө 4-се Тау аръяғы кантоны тип йөрөтөлә башлаған. 1855 йылда кантондың иҫәп һаны үҙгәртелеп, ул кантон системаһы бөтөрөлгәнгә тиклем 7-се кантон тип исемләнеп йөрөтөлә.

Башҡорт ырыуҙарынан әлегә хәтлем барындарҙың тарихы бик әҙ өйрәнелгән. Урал аръяғында был ырыу юғалыр хәлгә барып еткән. Ҡорама кантон тураһында мәғлүмәттәр бик әҙ, Рәуиз сказкалар ғына бер аҙ ярҙам итә бирҙеләр. Юғиһә тик ошо кантонды урыҫса уҡый һәм яҙа белмәгән тип яҙмаҫтар ине. Нисек итеп инде 14-се класслы чиновник итеп, кантон башлығы итеп ҡуйырҙар ине. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙың исемен унда йәшәүсе иң юғары чинле кантон чиновниге йә булмаһа дин әһеле исеме менән йөрөтөлгән. Ҡорама Муйнаҡов 14-се класслы чиновник булған. Был чинды губернатор бирә алмаған, уны йә сенат, йә батша юғары белемле, йә гимназияны бөткәнгә аттестатында грек теле күрһәтелгәндә генә биргәндәр. Ә башҡаларға 2 йылдан алып 12 йылғы хәтлем тәүҙә канцелярист булып эшләгәндән һуң ғына бирелгән. 1825 йылда кантондар буйынса барыһы 76 кеше генә класслы чиновник булған. (ЦГИА РБ д. 526). Зауряд чиндар урта звено булып һаналған, класслы чиновниктарға һәм армия офицерҙарына дворян дәрәжәһе биргәндәр. Улар кантондар менән идара итә алғандар һәм дәрәжәләрен нәҫел буйынса тапшыра алғандар.(2ПСЗ т. 14 №12385, параграф 79).

Спартак Ильясов "Ҡорама кантон Кавказ һуғышында батырлык курһәткәнгә батша уға дворян титулын биргән тип", - шәжәрә байрамында әйткәйне. Әммә беҙ купме генә эҙләһәк тә, быға дәлилдәр таба алманык. Бындай осраҡта уның шәхси - дворян титулы ғына булыр ине.

Киреһенсә Рәүф Насыров та, Әнүәр Әсфәндиәров та, Әлим Зарипов та үҙҙәренең хезмәттәрендә Ҡорама кантонды потомственный дворян тип яҙалар. Бының турала дәлилләусе документ таптык (рис 5). Ул да булһа 1811 йылғы Малай Муйнаҡ ауылы ревизияһы. Бында куренеуенсә Ҡорама, уның ағаһы Алама балалары 15 йәштә юртовой есаул, 18 йәштә походный есаул званиеһы бирә алғандар. Йәғни улар икеһе лә потомственный дворян булып улдарына по наследству обер офицер званиеларын бирә алғандар.

Кантонный начальник Ҡорама Муйнаков - 56 йәш, уның улдары: йорт старшинаһы шул уҡ вакытта кантон ярзамсыһы Уразлы - 24 йәш, икенсе улы - йорт есаулы Ишнияз - 15 йәш.

Ҡорама кантондың ағаһының улдары: йорт сотнигы Сәйфитдин Аламин – 22 йәш, походный есаулы Баһаутдин Аламин – 18 йәш.

Совет власы осоронда ла беҙҙең ара кешеләре юғалып ҡалмаған: беренсе "Трактор" исемле колхоз председателе Ғәбдрәхмән Минһажетдин улы Кәипов, комсомолдың Өлкә комитеты ағзаһы, "Ленинсы" гәзите редакторы Мостафин Вәзир Хашим улы, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан уҡытыусыларының өсөнсө съезы делегаты Каипова Фәрхәнә Ғәбдрәхмән ҡыҙы, Башкортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Шәңгәрәева Нәркизә Сәғиҙулла ҡыҙы, Мәғәриф Министрлығында эшләгән Рәмилә Хашим ҡыҙы Мостафина ,Фермер булып шәхси крәстиән хуҗалыгын уңышлы гына алып барыусы Каипов Галимйән Нәгимйән улы һ.б.

Беҙ И. Гвоздикова менән дә, Ә. Әсфәндияров һәм Р. Насыров менән да бәйләнештә булдыҡ. Улар әйтеүенсә, "1830 йылдарға тиклем булған кантондар ныҡлап өйрәнелмәгән", - тип өҫтәнеләр.

Шуныһы ҡыуаныслы бик һуңлап булһала ниһәйәт беҙҙең Ҡорама ауылында ла быйыл 2015-се йылдың 27 июненда "Шәжәрә" байрамы үтте. Быуындар бәйләнеше тергеҙелә, туғандар табыла һәм асыҡлана. Тик был башы ғына әле. Йәштәрҙең нәҫел нәсебен өйрәнеүе бик ҡыуаныслы хәл.

2015 йылдың 27 июнендә Ҡорама ауылында Ҡорама кантонға таҡтаташ ҡуйылды.

Шәжәрәне төзөүсе Башҡортостандың атҡаҙанған укытыусыһы Алтыншина (Шәңгәрәева) Н.С. 12 ноябрь 2015 йыл.

(Кәип тархан – Муйнаҡ батыр - Ҡорама кантон - Шәгингәрәй Курамович Кәипов – Ҡыҙырғәли Шәһингәреевич Курамин - Сөләймән Ҡыҙырғәли улы - Шәңгәрәев Сагизулла кыҙы Нәркизә Шәгингәрәева)

Сығанаҡтар

[үҙгәртергә]
  1. VI – 1811-cе йылғы Рәүиз сказка Малай Муйнак ауылы. ЦГИА РБ .Өфө
  2. VII - 1816-сы йылғы Рәүиз сказка Корама ауылы, ЦГИА РБ .Өфө
  3. VIII- 1834-се йылғы Рәүиз сказка Корама ауылы, ЦГИА РБ. Өфө
  4. IX - 1850-се йылғы Рәүиз сказка Корама ауылы, ЦГИА РБ.Өфө
  5. X - 1859-сы йылғы Рәүиз сказка Корама ауылы, ЦГИА РБ.Өфө
  6. Ә. Әсфәндияров "Ауылдар тарихы" Өфө
  7. Ә. Зарипов"Эй Яйыҡ, яйыҡ йорт", Өфө.1998
  8. Р. Насыров "Ете һыу башы", Өфө.2005
  9. С. Ильясов "Барын - табын хәтере", Өфө.2008

Һылтанма

[үҙгәртергә]