Ҡорот
Ҡорот — төрки халыҡтарҙың һөт ризығы.
Составы
[үҙгәртергә]- Һөт
- Тоҙ
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Айыртылған һөттө ҡайнатып, бер аҙ һыуытып, ойотмос (баш) ҡушырға, йылы урынға ултыртырға. Бер аҙна тирәһе әсетеп, өҫтө насараймаһын, тигеҙ әсеһен өсөн болғатып торорға кәрәк. Ҡорот әсегәс эмаль йәки суйын һауытта ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнаған саҡта йыш-йыш болғатып торорға кәрәк (ташып китмәһен, төйөрҙәре булмаһын өсөн). Ҡорот шыйыҡланып келән хәлгә инеп, бер аҙ һыуы айырылып торһа, әҙер тигәнде аңлата. Һәм уттан алып, һыуытырға ҡуйып, һыуынғас, лапсан моҡсайҙа һарҡытырға ҡуябыҙ. Һарҡҡан ҡоротто бер аҙ тоҙ һалып баҫабыҙ, бәләкәс өлөштәргә бүлеп йомарлап киптерергә ҡуябыҙ. Ылашҡа ҡуйып, төтәҫләтеп киптерергә мөмкин.
Эркеттең һыуы сәсте туҡландырыусы матдәләргә бай (ҡаты һыуҙа ла сәсте йыуырға була). Эркет һыуын эсеп, эстәге паразиттарҙы ҡыуырға мөмкин.