Эстәлеккә күсергә

Ҡоръятмаҫ ауылы топонимикаһы

Викидәреслек проектынан

Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдары

[үҙгәртергә]

Ҡоръятмаҫ — Дәүләкән районындағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Хәҙерге ваҡытта ҡулъяҙмалар һәм боронғо китап баҫмалары һаҡланған бүлектә 12 ауыл тарихының ҡулъяҙмаһы бар. Шулар араһында Ҡоръятмаҫ аыулының тарихы 90 йәшлек Зиннәтуллин Хайрулла тарафынан яҙылған[1]. Был яҙмала 1664 йылда хәҙерге Шишмә районы Ябалаҡлы ауылынан 4 бер туған Аҙнағол, Мерәҫ, Вәхит һәм Әлмөхәмәт Тимеровтар күсеп килгән, тип бәйән ителә. Ауыл 1795-се йылдарҙа ғына документтарҙа күренә башлай. Ауылдың боронғо ауыл икәнен дәлилләүсе ер-һыу атамаларына иғтибар итергә кәрәктер.

Тау-урман, ялан-ҡырҙар исемдәре

[үҙгәртергә]

Ауыл тау-урмандар менән уратылған ышыҡ урында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, Өйҙөрәк йылғаһы аға, Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡ-көнбайыштан ауылдан 4-5 км алыҫлыҡта башланып, Шөңгәккүл ауылы тирәһендә Дим йығаһына ҡушыла.
Өйҙөрәк һүҙе өйәрләнеп һүҙенең фонетик үҙгәреше тип, фаразларға мөмкинлек бирә. Йылға ҡуйы урман менән ҡапланған тау битләүенән башланыу сәбәпле, ҡар, ямғыр һыуҙары менән шәп ағымлы йылға, Дим-Ҡариҙел һөйләшендә өйҙөрәп-өйҙәрәп ағыу ихтимал.
Өйәр — йылға булып шаулап, сылтырап аҡҡан ҡар йәки ямғыр һыуҙары[2].

Янлыҡ — ауылдың көньяҡ урман менән ҡапланған тау үре. Намаҙ уҡығанда, мал салғанда ҡибланы шул йүнәлештә билдәләгәндәр. Янлыҡ — ян яһар өсөн бөгәргә ярай торған ағастар үҫкән урындыр тип фаразлау дөрөҫтөр. Ауылдың өлкән кешеләре лә был топонимаканың килеп сығышын аңлата алмайҙар ине, сөнки ян һүҙе ҡулланыштан төшөп ҡалған.
Ян — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан уҡ атыу ҡоралы[3].
Тимәк, ян һәм һүҙ яһаусы ялғау -лыҡ. Барлыҡҡа килгән — янлыҡ, ян эшләр өсөн ағас күп үҫкән урын. Ағастарҙан бөгөү өсөн иң уңайлы ағас йыла һаналған.

Урҡар исемле тауҙар исеменең килеп сығышын фаразлау.
Ур - тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор.[4] Ысынлап та, тауҙар бер-береһенән соҡорҙар менән айырылып тора. Йәнә тағы урғыл һүҙе бар.
Урғыл — ваҡ-ваҡ ҡалҡыулығы булған, соҡор-саҡырлы, урғыл ер[5]. Шулай булғас, ҡар оҙаҡ иремәй ятҡан өсөн түгел был атама, ә ландшафтҡа бәйләп аталалыр. Урындағы халыҡ урҡар — дөрөҫ әйтелеш урғар тип һөйләргә мөмкин.
Сыпай яланы бар. Был урын һаҙлыҡлыраҡ урын булған, хәҙер уның батҡылыҡлы урыны бер урында ғына ҡалған. Сыпый һүҙе диалекттарҙа ҡулланыла.
Сыпый — диалектта бысый. Сыпый күҙ[6] Бысҡылдыҡ.. Сыпый — сыпай бер мәғәнәле һүҙҙәр тигәнгә нигеҙ бар.
Томтаҡ- урман эсе. Был урында Өйҙөрәк йылғаһың киңәйеп киткән лапылы урыны. Томтоҡ — диалектта төпөш. Томтоҡ кеше.[7] Урындағы халыҡ томтоҡто-томтаҡ тип атарға мөмкин. Томтаҡ тип аталған урындың исеме есеменә тура килә, тигән һығымтаға яһарға дәлил бар.

  1. Ф. Г. Хисаметдинова. Башкирская ойкономия. XVI—XIXвв. Уфа-1991 й.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге .II том. Мәскәү.Руский язык.1993 й. 70 -се бит
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. Мәскәү.Русский язык II том.1993 й.92 -се бит
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 476- сы бит
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 477-се бит
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге Мәскәү.Русский язык.1993 й. 265- се бит
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 368 -се бит