Эстәлеккә күсергә

Ҡояш системаһы/Оорт болот

Викидәреслек проектынан

Оорт болот тураһында факттар

  • ООрт болото Ҡояштан бик алыҫта урынлашҡан.
  • Күпселек кометалар ООрта болотонда барлыҡҡа киләләр һәм Ҡояш системаһына төшәләр тигән фараз бар.

Оорт болотоҠояш системаһының сигендә урынлашҡан миллиондарса кометаларҙын торған ҡаймалыш.


Нимә ул Оорт болото?

[үҙгәртергә]

Ғалимдар, Ҡояш системаһын уратып алған боҙ һәм таштарҙан торған бололтҡа оҡшаған объекттар төркөн тип әйтәләр. Был [[Ҡояш системаһы/Кометалар|кометалар\\ болото Ҡояш тирәләй хәрәкәт итә. Ҡометалар бер-береһенән бик алыҫҡа сәселгән булһа ла, улырҙың һаны миллиондарса. Оорт болотондағы кометаларҙың дөйөм массаһы Ер массаһынан 100 тапҡыр артыҡ булыуы мөмкин. Атамаһы голланд ғалимы Ян Оорт хөрмәтенә бирелгән, ул был болотто өйрәнеп киң билдәле итте.


This diagram shows about how far away the Oort cloud might be compared to the planets of the Solar System. Start in the upper left frame, then follow the pictures clockwise. Each picture shows a bigger volume of space.

Кометалар Ҡояш системаһынан үткән саҡта Ҡояш боҙҙо иретә һәм боҫҡа әйләндерә, кометаларҙын ваҡ ҡына туҙан тороп ҡала. Коматалар Ҡояш системаһынан сыҡҡас яңы кометалар барлыҡҡа килә. Шулай булмаһы, яңы кометаларҙы күрмәҫ инек. Ян Оорт яңы кометалар барлыҡҡа килеүен шулай аңлата.

Оорт болото ҡайҙа?

[үҙгәртергә]

Әгәр ҙә Ерҙән Ҡояшҡа тиклем алыҫлыҡты күҙ алдына килтерһә алһығыҙ, Оорт болото кометалары шул алыҫлыҡтан 50 — 100 тапҡыр алыҫыраҡ. Йәғни, Ерҙән Плутонға тиклем алыҫлыҡтан 100 тапҡыр алыҫыраҡ. Был яҡындағы Проксима Центавр йондоҙона тиклем юлдың дүрттән бер өлөшө. Яҡтылыҡҡа Ҡояштан Оорта болотоноң сигәнә еткәнсе йыл йыл кәрәк.

Оорт болото нисек барлыҡҡа килгән?

[үҙгәртергә]

Оорт болото объкттары Ҡояш системаһы барлыҡҡа килгән осорҙа Ҡояшҡа яҡынлашҡан. Улар газ гиганттары янынан үткәндә, ул планеталарҙың гравитацияһы объекттарҙы йыраҡ орбиталарға ташлай. Оорта болото объекттары төрлө яҡҡа шар формаһында таратыла, Оорта болото диск түгел. Үтеп барыусы йондоҙҙар объекттарҙы Ҡояштан йырағыраҡҡа тарта. Ҡайһы саҡта йондоҙҙар гравитацияһы объектты кире Ҡояш яғына ебәрә. Урал кометаға әйләнә.

Оорт болотондағы объекттар

[үҙгәртергә]

Седна тип аталған объект Оорт болотонда тип фараз ителә (ысынында ул Койпер билбауы менән Оорт болото араһында). Уның диаметры 1180 — 1800 километр. Уның орбитаһы Ерҙән Ҡояшҡа тиклем арауыҡтан 76 — 928 тапҡыр алыҫыраҡ. Седна ерҙәге 11 250 йыл эсендә Ҡояш тирәләй бер әйләнеш яһай. Орбитаның әлеге булған урынында Седна һуңғы мәртәбә үткәндә Ерҙә Боҙлоҡ осоро тамамланыуға барған. Ҡайһы бер ғалимдар Седнаны Койпер билбауында тип иҫәпләпләргә тәҡдим итә.


: Glossary