Эстәлеккә күсергә

Ҡояш системаһы/Сатурн

Викидәреслек проектынан

♄Сатурн — Ҡояш системаһында иң ҙур планета. Үҙен уратҡан сағыу ҡулсалары арҡаһында үҙенсәлекле был планетаны игенселекте ҡурсалаусы Боронғо Рим аллаһы хөрмәтенә Сатурн тип атағандар. Тышҡы ҡиәфәте буйынса бик үҙенсәлекле был план таны сағыу төҫтәге балдаҡтар уратҡан. Ҡулсаларҙың дөйөм киңлеге иҫ китмәле ҙур — ул тиҫтәләгән мең километрға етә. Уларҙың ҡалынлығы бер километрҙан да артмай. Был ҡулсал боҙ, ҡар йә бәҫ менән ҡапланған төрлө дәүмәлдәге таш киҫәксәләренән барлыҡҡа килгән, тип фекер йөрөтәләр. Планеталағы температура — 170° С-ҡа етә. Сатурндың эйәрсендәре бик күп, әлегә уларҙың 56-һы билдәле, иң ҙуры — Титан.

Планетаның ҙурлығы

[үҙгәртергә]
Сатурн ҙурлығын Ер менән сағыштырыу

Сатурн диаметры 120,536 км, Ер диаметры ни бары 9.449 км[1].

Сатурнда нимә бар?

[үҙгәртергә]

Сатурн тулыһынса тиерлек газ һәм шыйыҡ матдәләрҙән тора[2]. Сатурндың боҙ һәм таштан торған йәҙрәһе булыуы мөмкин[3]. Атмосферала һыҙыҡтар булһа ла, Юпитерҙыҡы кеүек сағыу түгел.

Сатурн ҡулсаһы

[үҙгәртергә]

Сатурн ҡулсаһы таш һәм боҙ киҫәктәренән тора. Уларҙың ҙурлығы ваҡ ҡына саң бөртөгөнән алып өй ҙурлығына тиклем. Хатта бер нисә километр булғандары ла бар. Ҡулсалағы киҫәктәр бер-береһенән йыраҡ урынлашҡан, алыҫтан ғына бер бөтөн булып күренә[4].

Сатурн эйәрсендәре

[үҙгәртергә]
Сатурн эйәрсендәре менән

Сатурн тирәләй 56 ай (эйәрсен) әйләнә. Күптәренең исемдәре лә бар[5]. Сатурн тирәләй әйләнгән эйәрсендәр һәм боҙ киҫәктәре ҙурлығы бер төрлө. Шуға күрә Сатурндың нисә эйәрсәне булыуын билдәләп булмай[6]. Сатурн тирәләй әйләнгән иң ҙур эйәрсән Титан. Ул шул тиклем ҙур, айырым планета ла була алыр ине!

Titan imaged by the Cassini spacecraft.

Титан ҙурлығы буйынса Сатурндың иң ҙур эйәрсене, ә Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса икенсе эйәрсен[7]. Был Ҡояш системаһында атмосфераһы булған берҙән бер эйәрсен. Титан атмосфераһында азот, аргон, метан һәм башҡа органик ҡушылмалар бар[8]. Өҫлөгөндә аҡ һәм ҡараңғы урындар бар. Бер нисә кратер булыуы билдәле. Киссини (Cassini) космос карабы төшөргән фотоһүрәттә 440 км киңлектәге кратер күренә[9].

Киләһе тема: Уран

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә]
  1. http://www.nineplanets.org/saturn.html; http://nssdc.gsfc.nasa.gov/planetary/factsheet/saturnfact.html
  2. http://solarsystem.nasa.gov/planets/profile.cfm?Object=Saturn&Display=OverviewLong
  3. http://solarsystem.nasa.gov/multimedia/display.cfm?IM_ID=166
  4. http://www.nineplanets.org/saturn.html; http://www.solarviews.com/eng/saturnrings.htm; http://solarsystem.nasa.gov/planets/profile.cfm?Object=Saturn&Display=Rings
  5. http://www.nineplanets.org/saturn.html
  6. http://www.factmonster.com/ce6/sci/A0860937.html
  7. http://www.nineplanets.org/titan.html; http://solarsystem.nasa.gov/planets/profile.cfm?Object=Sat_Titan
  8. http://www.nineplanets.org/titan.html; http://solarsystem.nasa.gov/planets/profile.cfm?Object=Sat_Titan
  9. http://www.nineplanets.org/titan.html; http://www.nasa.gov/mission_pages/cassini/media/cassini-021605.html