Эстәлеккә күсергә

Ҡояш (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Алатауҙа алып ҡалҡаны.
  2. Алып батыр килгән, ҡалҡанын түргә элгән.
  3. Өй башында һары май.
  4. Эҫе майлы тәрилкә.
  5. Өйөм башы оло икмәк.
  6. Ҡыҙыл һыйыр тау ялай.
  7. Тау башында алтын тәңкә ялтырай.
  8. Тау башында әүен яна, ҡараһам, күҙемдең яуын ала.
  9. Мейес төбөндә бер ҡалас.
  10. Балтаһыҙ, ҡулһыҙ боҙ вата.
  11. Аллы-гөллө ал сәскә, тирә-яғы мунсаҡлы.
  12. Урмандан сығар, ҡойроҡ осо сып-сыбар.
  13. Урман аша шеш тимер.
  14. Иртән ҡаҙай һөңгөһөн, кисен ҡаҙай һөңгөһөн, ҡарап йөрөй көндөҙөн.
  15. Килә, килә, көлә килә, бар йылыһын бирә килә.
  16. Егет егетлеген итә — йылмайып, боҙ иретә.
  17. Алтын эйәр — ҡашы, ал тирмән — ташы, йөҙ егерме йыл йәшәй уны белгән кеше.
  18. Донъя биҙәр йәм бит ул,
    Һүнмәй торған шәм бит ул.
  19. Алыҫ булһа ла үҙе, балҡып нурлана йөҙө.
  20. Иртән килә, кис ҡайта.
  21. Иртән менә, кис төшә.
  22. Менгән һайын асыла бара,
    Төшкән һайын йомола бара.
  23. Күктә кәбән яна.
  24. Тау артынан ут сыҡҡан.
  25. Тау башында ут яна.