Ҡуйыртылған һөт

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Tin of condensed milk.jpg

Ҡуйыртылған һөт (сгущенка) — балаларҙың да, ололарҙың да яратып ашаған тәмлекәсе. Уны икмәккә һылап үҙен генә лә ашарға була, бынан тыш сәйгә әҙерләгән күп десерттар составына ҡуйыртылған һөт инә. Күпселек магазинда һатылған банкалы ҡуйыртылған һөткә өҫтөнлөк бирә. Ләкин өй шарттарында әҙерләнгәне тәмлерәк тә, ә иң мөһиме, файҙалыраҡ та. Өйҙә яһалған ҡуйыртылған һөттө ҡурҡмайынса балаға ашатырға мөмкин. Өйҙә ҡуйыртылған һөт яһарға теләүселәр өсөн бер-нисә кәңәш.

Иң яҡшыһы, яңы һауылған һөт алырға кәрәк. Әгәр ул юҡ икән, магазиндан майлылығы иң юғары булған пастеризацияланған һөт йәки һөт өҫтө һатып алығыҙ.

Бешереү өсөн төбө ҡалын булған алюмин кәстрүл йәки бәләкәй ҡаҙан алығыҙ. Әгәр барыбер ҙә һөт күмһеп ҡуйыр тип ҡурҡһағыҙ, һыулы парҙа бешерергә мөмкин.

Шәкәр урынына шәкәр пудраһы ҡулланырға ярай, был хатта ҡулайыраҡ та, сөнки уның составында аҙыҡтың консистенцияһын яҡшырта торған крахмал бар.

Шәкәр ни тиклем күберәк, шул тиклем татлыраҡ килеп сыға һәм тиҙерәк бешә.

Ҡуйыртылған һөт төйөрһөҙ генә килеп сыҡһын тиһәгеҙ, бешерә башлағас та балғалаҡ осонда сода һалып ебәрергә мөмкин.

Тәмен һәм төҫөн төрлөләндерергә уйлаһағыҙ, какао өҫтәргә була.

Әҙер ҡуйыртылған һөттө быяла банкаларҙа һыуытҡыста һаҡлайҙар.

Ҡатнашманы оҙағыраҡ ҡайнатып, махсус формаларға һалһаң, ирис кәнфиттәре килеп сыға.

Ҡатнашмаға аҡ май өҫтәп ебәрергә була, тағы ла тәмлерәк килеп сыға, тик был осраҡта оҙаҡ һаҡлап булмай.

Бешергәндә һөт ҡуйырмай йонсотһа, әҙерәк аш содаһы төшөрөгөҙ.

Ванилин ҡуйыртылған һөткә хуш еҫ бирә.

Ябай ҡуйыртылған һөт[үҙгәртергә]

Хәҙер иң ябай ҡуйыртылған һөттөң рецебы менән танышайыҡ.


Ингредиенттары[үҙгәртергә]

  • 1 л яңы һауылған һөт
  • 300—500 г шәкәр ҡомо (ниндәй татлылыҡта кәрәк булыуына ҡарап)
  • 1 семтем аш содаһы

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Ҡайнатҡанда һөт ташып китмәһен өсөн тәрән кәстрүл алабыҙ, уға һөттө ҡоябыҙ, шәкәр һәм соданы өҫтәйбеҙ.

Кәстрүлде уртаса утҡа ҡуйып ҡатнашманы болғай-болғай ҡайнатып сығарабыҙ.

Массаһы өстән бергә кәмегәнсе шул уҡ температурала бешерәбеҙ, даими рәүештә болғатып торабыҙ, тиҙерәк бешерәм, тип утты арттырмағыҙ, һөт күмһеп китмәһен.

Һөт ҡуйыра биреп, төҫө лә ҡоңғортлана төшкәс, утты һүндерәбеҙ ҙә, һөттө банкаға ҡойоп алабыҙ.

Сама менән сәғәттән ашыу ваҡыт китә.

15минутта ҡуйыртылған һөт[үҙгәртергә]

Ингредиенттары[үҙгәртергә]

  • 1 стакан яңы һауылған һөт
  • 1стакан аҡ шәкәр ҡомо
  • 3 аш ҡалағы аҡ май

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Тәрән кәстрүлгә һөттө ҡоябыҙ, шәкәр һалып утҡа ултыртабыҙ. Шәкәре иҙелгәнсе туҡтауһыҙ болғайбыҙ. Аҙаҡ аҡ май өҫтәйбеҙ.

Ҡатнашма ҡайнап сыҡҡас та, утын арттырабыҙ, өҙлөкһөҙ болғатып торабыҙ. Көслө утта һөт ныҡ күперә, ташып түгелмәһен өсөн бейек кәстрүл алырға кәрәк.

10 минут үткәс тә, утты һүндереп, кәстрүлдәге һөттө күбеге төшкәнсе тағы бер тапҡыр болғайбыҙ һәм быяла банкаға ҡойоп алабыҙ.

Һөт ҡуйырманы, шыйыҡ килеп сыҡты тип борсолмағыҙ. Ҡайнар килеш шыйыҡ һымаҡ булһа ла, аҙаҡ һыуынғанда үҙенән үҙе ҡуйыра ул.