Ҡуйыртылған һөтлө торт

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

“Әсәй, иртәгә мәктәптә конкурс була. Мин торт бешереп алып барам! Уҡытыусы апайға әйттем!!!” Аптырауымдан артыма ултыра яҙҙым. ”Бәй...Мин торт бешерә белмәйем дә ул,улым”,-тим. “Әссәй!!! Мин һиңә ярҙам итәм. Белмәһәң, өйрәтәм!” Бер ғәҙәте бар улымдың, берәй нәмәне теленә алдымы, өҙмәй ҙә ҡуймай. Иң еңеле, ризалашып ҡотолоу)))))

Шулай итеп, Арыҫлан улым башланғыс класта уҡығанда, икәүләшеп “Ҡырмыҫҡа иләүе” тортын бешерергә өйрәндек. Әйткәндәй, шул тиклем тәмле булғандыр инде,хатта маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде улым. Төрлөсә итеп үҙгәртә торғас, үҙемә оҡшағанса итеп бешерергә өйрәндем хатта. Ауыҙҙа иреп кенә тора. Ашап ҡараған береһе үҙенә рецебын һорап ала. Һеҙҙең менән дә бүлешке килә, әхирәттәр!!

Башта бер ҡап (200 гр.) аҡ майҙы иретеп алырға. Ярты стакан шәкәр, ярты стакан ҡаймаҡ, һеркәлә һүндерелгән ярты балғалаҡ аш содаһы, самалап он өҫтәп ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫырға. Аҙаҡ шул ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүлеп ярты сәғәт тирәһенә туңдырғысҡа ҡуям. Шулайтһаң, ит турағыстан үткәргәндә йәтеш була. Ул арала бер банка ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Магазинда әҙере лә һатыла ул, әммә уның тәме бөтөнләй икенсе. Шуға ла, йыбанмай ғына ҡайнатып алығыҙ. Тик кәстрүлгә һыуҙы күп итеп һалығыҙ! Атыу студент саҡта һыуҙы әҙ һалып ҡайнатып хәтәр уҡылдыҡ, бомба ише шартланы)))) Ҡуйыртылған һөттө 40 минут ҡайнатҡас, һыуытырға алып ҡуям. Эҫе килеш асып ҡуймағыҙ банканы, бешерһегеҙ. Һыуынғанын көтөгөҙ! Аҙаҡ ярты ҡап аҡ май ҡушып туғығыҙ. Үәт, крем әҙер!

Уй, күп һөйләп, ҡамырҙы онотоп ташланыҡ та. Йәһәт кенә табаны майлағыҙ,йә минең һымаҡ пергамент ҡағыҙы йәйегеҙ. Ит турағыстан теге ҡамырҙы үткәреп табаға һалабыҙ, йәғни башта печеньелар бешереп алабыҙ. Үтә ҡалын итеп һалмағыҙ, тигеҙ бешмәҫ. Әгәр мейес тигеҙ бешермәһә, ҡарап тороғоҙ,йәме. Бер яғы бешһә, печеньеларҙы йәһәт кенә алып икенсе яғына әйләндереп һалырға ла була. 20 минут тирәһе бешә ул. Шулайтып бөтә бешереп алдыҡ, аш бүлмәһенә тәмле еҫтәр таралды!!!

Әҙ генә һыуынғас, печеньеларҙы ваҡларға кәрәк. Ҡул менән эшләйем был эште. Сөнки ҡасан туҡтарға икәнен бармаҡтарым үҙҙәре һиҙә. Мәшәҡәт инде тәү ҡарашҡа, әммә тәмле бит. Шунан ошо ваҡланған массаға кремды һалып бутап, тәрилкәгә һалығыҙ ҙа,үҙегеҙ теләгәнсә биҙәгеҙ. Шунда уҡ ашамағыҙ, саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Кремы нығыраҡ һеңһен, йомшаҡ булыр. Мин был юлы өҫтөнә M&M's, шоколад ҡырып һалдым. Ашығыҙ тәмле булһын,дуҫтарым!!! (Гөлназ Ишемғолова)