Ҡуликмәк
Навигацияға күсергә
Эҙләүгә күсергә
Ҡуликмәк — сөсө ҡамырҙан бешерелгән икмәк.
Ингредиенттар[үҙгәртергә]
- Аҡ он
- Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
- Сода
- Тоҙ
- Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)
Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]
Кефир, сода, тоҙ, майҙы ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Табаның ҙурлығына самалап ҡамырҙан 2-3 см ҡалынлығында йәймә эшләйҙәр. Ҡыҙыу мейестә йәки духовкала 30 минут тирәһендә бешереп алалар.