Ҡулғикмәк
Навигацияға күсергә
Эҙләүгә күсергә
Ҡулғикмәк — икмәктең был төрө ябайлығы менән айырыла. Әммә танһыҡҡа бик тәмле ризыҡ һәм ҡабалан саҡта бешерергә йәтеш. Атамаһына килгәндә, йәһәт кенә, ҡулдан ғына әҙерләй һалып, бешереп алғанға күрә, шулай аталалыр.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]
- Он
- 1 стакан шыйыҡ май (үҫемлек майы)
- 1 стакан һыу
- 1 аш ҡалағы шәкәр
- 0,5 сәй ҡалағы сода (уксуста тондоролған)
- Сама менән тоҙ
Әҙерләү[үҙгәртергә]
Һыуытҡыстан алынған шыйыҡ майға һыуыҡ һыу һәм ҡалған бөтә ингредиенттарҙы өҫтәгәс, самалап он ҡуша барып, ҡаты ғына ҡамыр баҫабыҙ. Табаның ҙурлығына ҡарап, 1,5-2 см ҡалынлыҡта йәймәләр әҙерләйбеҙ. Майланған табаларҙа мейестә, йәки духовкала бешереп алабыҙ. Эҫеләй ҙә, һыуынған килеш тә, сәй янына ҡуйырға бик тәмле аҙыҡ килеп сыға.