Эстәлеккә күсергә

Ҡурай еләге (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Еҙ уймаҡтың эсендә
    Ҡанлы бармаҡ ултыра.
  2. Ҡыҙыл битле ҡыҙ баҫҡан,
    Ҡыҫып алһаң — ҡан ҡоҫҡан.
  3. Оҙон ҡурай үләндәр,
    Ҡыҙыл алҡа элгәндәр.
  4. Тәме тәмле,
    Алһыу тәнле,
    Үҙе йәмле.
  5. Әй, ҡан тамды, ҡан тамды,
    Ҡан тигәнем бал булды.
  6. Барса ерен ҡан алыптыр — ҡаны юҡ
    Үҙе берҙер — балаларының һаны юҡ.
  7. Бәләкәй генә ҡапсыҡ,
    Ҡапсыҡ эсендә ҡыҙыл битле ҡарсыҡ
  8. Ҡыҙыл битле ҡарсыҡ,
    Ауыҙы бар, теше юҡ,
    Уны һөймәҫ кеше юҡ.