Эстәлеккә күсергә

Ҡурай (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡырҙа үҫкән бер бала,
    Өйгә килеп моң һала.
  2. Ҡырлы-ҡырлы йор бала,
    Йөрәгеңә моң һала.
  3. Аяғы алаптай,
    Кәүҙәһе таяҡтай,
    Ҡорһағы көбәктәй,
    Башы табаҡтай.
  4. Аяғын-башын киҫтем,
    Ҡорһағын биш ерҙән тиштем.
    Эсенә өрҙөм,
    Моңланғанын күрҙем.
  5. Ауыҙы бар, һүҙе юҡ,
    Тауышы бар — теле юҡ.
  6. Еҙ ҡамсы илата,
    Төрлө көйҙө көйләтә,
    Ҡош теле менән һөйләтә.
  7. Йәнле йәнһеҙҙе көйләтеп,
    Халыҡты илата.
  8. Йәнле йәнһеҙҙе көйләтә,
    Тыңлағанды илата.
  9. Аяғын-башын киҫтем,
    Ҡорһағын тиштем.
    Эсенә өрҙөм —
    Моңайғанын күрҙем.
  10. Таҡыя башын тарбайтып,
    Үҙе урманда үҫә.
    Елкендереп күңелде,
    Йәшен-ҡартын бейетә.
    Наҙлы моңло был ҡорал
    Ниндәй исем йөрөтә?"