Ҡушаҡтар

Викидәреслек проектынан

Ҡушаҡ (Ҡалып:Lang-ru) — ғаилә ҡороп, никахта торған ир йәки ҡатын [1] . Ул икенсе ҡушағы менән ЗАГС-та яҙылышып, йәки яҙылышмай ғына ла ғаилә ҡороп йәшәүе мөмкин. Башҡорт халҡында был төшөнсә "ирле-ҡатынлы" тигән синоним менән бирелеүе гендер йәһәттән аныҡ билдәләнгән - был ир һәм ҡатындың ғаилә ҡороп йәшәүе.

Хоҡуҡи статусы[үҙгәртергә]

Ҡушаҡ хоҡуҡтары һәм бурыстары донъяның төрлө юрисдикцияларында күпкә айырыла. Ғәҙәттә, был ғаилә хоҡуҡтары тураһында закон ҡағиҙәләрендә аныҡлана. Әммә донъяның күп өлөшөндә рәсми теркәлеүҙәрҙән тыш, ғәҙәт-йола менән дә көйләнә. Башҡорт халыҡында был шәриғәт ҡанундарына ярашлы булған.

Атап әйткәндә, ғаилә мөлкәтенә контроллек итеү, мираҫ хоҡуғы, балаларҙың ғаиләләге тәртибен көйләү, ғәҙәттә, ир-егет өҫтөндә. Әммә был практика күп илдәрҙә булған егерменсе быуатта байтаҡҡа ҡыҫҡартыла, хәҙерге заман закондар, ҡағиҙә булараҡ, хоҡуҡтар һәм бурыстарҙы енескә ҡарап иҫәпкә алмай. Европа илдәре араһында никахта тулы гендер тигеҙлеге булдырған илдәр: Швейцария, Греция, Испания, Франция (1980-се йылдар). Мәгәр бөтә донъя буйынса тулайым алғанда никахта элеккесә ирҙәр ғаилә башлығы итеп таныла; мәҫәлән, Иран Граждандар кодексының 1105 статьяһында: «Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ир кеше генә ғаилә башлығы хоҡуғына эйә».

Айырылышыу мәсьәләләре лә төрлө илдәрҙә төрлөсә хәл ителә

Никахлашыу йәше[үҙгәртергә]

Йыш никахҡа инеү хоҡуғының минималь йәше рәсми рәүештә билдәләнә.

Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булған. Ғаиләне Аллаһ әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанағандар.икенсел енси билдәләр күренә башлау менән ҡыҙ баланы башлы-күҙле итергә, йәғни кейәүгә бирергә тырышҡандар

Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. Ишәк туйы - иллелә тип ғаилә ҡорорға ашыҡмаған егеттәрҙән көлгәндәр, иҫәрерәк һанағандар. Өйләнмәгәндән аҡыл һорама тигәндәре лә бындайҙарҙы алйот һанағанға дәлил. Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа көйәнтәләгәндә биҙрәһе ергә теймәҫлек булһа ҡыҙҙы кейәүгә бирергә мөмкин тигәнде ишетергә тура килгәне бар. Ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә ҡыҙҙарын һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр, йот йылдары ғаиләләге артыҡ тамаҡтан ҡотолорға тырышыу ҙа күҙәтелгән. 18 йәштәрҙә инде ҡыҙ бала кейәү сыҡмағандар рәтенә инә лә башлаған [2].

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 711-се бит
  2. Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, "Инеш", 2013. -101-се бит