Ҡуҙғалаҡтан бөйөрөк

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Starr 070908-9221 Rumex acetosella.jpg
Pirozshki 030.jpg

Иртә яҙҙан файҙалы үҫемлектәрҙән иң беренсе булып ҡуҙғалаҡ күренә башлай. Әскелтем тәме булған был үҫемлек оҙон ҡыштан һуң организм витаминдарға ҡытлыҡ кисерә башлағанда бигерәк тә шифалы.

В витамины буйынса уға еткән үҫемлек юҡ. Ҡуҙғалаҡ ашаған кеше күңел төшөңкөлөгөнә бирешмәй, йоҡоһоҙлоҡтан интекмәй, уға һыуыҡ тейеп тә бармай. Күҙ өсөн дә файҙалы, йөҙҙө алһыулата, ти торғайны ололар. Быға ҡуҙғалаҡ япрағындағы А витамины булышлыҡ итә икән. Ҡанды таҙарта, теште нығыта.

Ҡатындарҙың «еләк ваҡытын» оҙайта, тигән Әбү Ғәли Сина. Шулай ҙа ҡуҙғалаҡты ҡулланғанда һаҡ булырға кәңәш ителә. Бөйөрҙә таш, эсәк ауырыуҙары булһа, быуындарға тоҙ ултырһа, ҡуҙғалаҡты тик иртә яҙҙа ғына ҡулланыу хәйерле, сөнки уның составындағы әскелтем тәм биреүсе калий тоҙо туплана барып, июлдән уны ашарға яраҡһыҙ итә.

Ҡуҙғалаҡты 40 йәштән һуң фәҡәт бешереп ашау хәйерле, сөнки пуриндарҙың күплеге һаулыҡҡа зыян килтереүсән. Ауырлы ҡатындарға ла уны ашауҙан тыйылып тороу зарур.

Ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ һалып бутарға тәҡдим ителә, сөнки һөт кислотаһы ҡуҙғалаҡ кислотаһының тәьҫирен бөтөрә.

Органик кислоталарға, витаминдарға һәм минералдарға бай ҡуҙғалаҡтан бик тәмле бөйөрөктәр бешерергә була.

Ингредиенттары[үҙгәртергә]

Ҡамыр өсөн

  • 250 г он
  • 3 йомортҡа
  • 85 г маргарин
  • бер семтем тоҙ

Эслек өсөн

  • 250 г эремсек
  • Ҙур бәйләм ҡуҙғалаҡ
  • 1 йомортҡа

Ондоң уртаһында соҡор яһап, 2- 3 йомортҡа һытабыҙ, тоҙ һибәбеҙ, ҡырғыстан үткәрелгән маргарин менән ҡамыр баҫабыҙ.

Уны йомарлап, шыптырға һалабыҙ һәм ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эремсеккә 1 йомортҡа ҡушып ныҡ итеп тасҡап болғатабыҙ, ваҡ итеп туралған ҡуҙғалаҡ, тәменсә тоҙ һалып бутайбыҙ. Әгәр татлы эслек яратһағыҙ, шәкәр ҡушырға ла мөмкин.

Ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ, ул табанан бер аҙ ғына ҙурыраҡ диаметрлы булырға тейеш.

Маргарин менән майланған һәм он һибелгән табаға ҡамырҙы урынлаштырабыҙ. Эслеген һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ һәм ҡамырҙың ситтәрен бер аҙ эслек яғына бөгә биреп, матурлап биҙәйбеҙ.

170 градус эҫелектәге мейестә йәки духовкала 40-50 минут бешерәбеҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналынан алынды.