Ҡуңыҙ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡош-ҡош итә — ҡапҡаға ҡуна,
Дыу-дыу итә — дуғаға ҡуна. - Алтын башлы, көмөш ҡанатлы.
- Сөм ҡара — йылан түгел,
Мөгөҙө бар — һөҙгәк түгел,
Ҡанаты бар — беснәк түгел,
Осҡанда мыш-мыш килә,
Тупраҡҡа йәшеренә.
Был нимә?
Йә, кем белә? - Үҙе ҡара — ҡарға түгел,
Мөгөҙө бар — үгеҙ түгел,
Алты аяғы бар — тояҡһыҙ.