Ҡыйғыр
Уҡыу көйләүҙәре
Башҡортостан ҡоштары
Ҡыйғыр
[үҙгәртергә]Ҡыйғыр — (рус телендә — Чеглок, латинса — Falco subbuteo L.)
Ҡырғый, ҡыйғыр ҡош, ыласын. Ҙурлығы күгәрсендәй. Һырт яғы күкһел ҡара, башы күкһел һоро. Яурындары, тамағы һарғылт аҡ, түше ҡвра таплы аҡһыл һары. Ҡорһағы, ҡойроҡ төбө ерән-ҡыҙыл. Ике яҡ сикәһендә мыйыҡҡа оҡшаан ҡара һыҙыҡтары бар. Күҙ ҡабаҡтары, суҡышының төбө, аяҡтары һары.
Башҡа ыласындарҙан сикәләрендәге һыҙыҡтар менән айырыла, ә сапсандан байтаҡ бәләкәй.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйй-ҡфйй-ҡыйй» йәки «кик-кик-кик» ти.
Ҡош-ҡорт аулай.
Күсмә ҡош, киң таралған.
Ағас баштарында, ҡая таштарҙа оялай. Көрәнһыу таптар менән сыбарланған 3-4 бөртөк һарғылт йомортҡаһы була.
Ыласындар араһында иң шәп осҡан ҡош.
Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә
[үҙгәртергә]- Салауат Юлаев. «Егеткә»
Сығанаҡ
[үҙгәртергә]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й.