Эстәлеккә күсергә

Ҡылыс (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Өйҙә тора, сәйҙә тора,
    Алһаң — ялтырай,
    Таҡһаң — шалтырай.
  2. Биле ҡайҡы, үҙе үткер.
  3. Бейҙе бей иткән бөк(ө)рө бил.
  4. Дуға тиһәң — ағас түгел,
    Ураҡ тиһәң — тимер түгел,
    Айға оҡшаш, йәнгә хас.
  5. Ҡара бейәм ҡылт итә,
    Ҡабырғаһы ялт итә.
  6. Көндөҙ буйҙа,Кис өйҙә,
    Алһаң — ялтырай
    Таҡһаң — шалтырай
  7. Ялтыр башым, ялтырама,
    Яныма алам, ҡалтырама.