Эстәлеккә күсергә

Ҡыпсаҡ ауылының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

Ҡыпсаҡ ауылының ер-һыу атамалары минең тыуған төйәгем

Топонимика нимә өйрәнә?[үҙгәртергә]

Ғалимдарҙың топонимика тип аталған бик ҡыҙыҡлы тармағы бар. Ул урын, ер- һыу атамалары, ауыл, ҡала, урам, төрлө географик атамаларҙы өйрәнә.

Топонимика грек теленән алынған: «топос» - урын, «онома» - исем тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән. Рашит Шәкүр «Топонимияһы – халыҡ теленең, халыҡ тарихының бихасап серҙәр һаҡлаусы тылсымлы донъяһы» тип атай. Сөнки һәр бер ер – һыу атамалары, ауыл, ҡала исемдәре тарихҡа барып тоташа һәм тарихи ҡомартҡылар булып һанала, һаҡлана. Улар йөҙәр, меңәр йыл буйы халыҡ хәтерендә һаҡланып, быуын быуынға күсеп беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткәндәр. Ошо ер – һыу атамаларҙы киләсәк быуынға таратыу, күрһәтеү ул беҙҙең бурыс тип һанайым.

Бөрйән районының топонимикаһы[үҙгәртергә]

Беҙҙең Бөрйән райынында тарихтың аҫыл ҡомартҡылары булырҙай ер – һыу атамалары байтаҡ. Урал батыр, Алдар батыр, Инсебикә, Кәбән таш, Мәсем тауы, Антон ҡаяһы – мәмерйәһе, Вознесенский заводы, атаҡлы Шүлгән – Таш мәмерйәһе, Аҡбулат, Таш.

Йорт, улар 150 гә яҡын мәмерйә билдәле, Ығышма, Йылҡы сыҡҡан куле һәм башҡалар, улар районда бихасап, Район мул һыулы йылғалары, кеше аяғы баҫмаған урманлы үҙәктәре, тауҙары, мәмерйә – ҡаялары, туғайҙары – үләндәре менән бергә данлыҡлы район терторрияһын биләй һәм ул - 4444 мең км.тигеҙ. Район исеме – Бөрйән - ырыуы исеменән алынған. Этник составы яғынан халыҡтың күпселеге Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарын тәшкил итә. Мәһәҙи ауылы – Түңгәүер, Ҡолғана – Тамъян ырыуҙарына ҡарай. Бөрйән ырыуы был территорияла бик боронғо һанала, ә Ҡыпсаҡ ырыуы, профессор Р.Кузеев яҙмалары буйынса һуңғараҡ килеп күсеп ултырғандар. Бөрйән ырыуына Иҙел буйындағы, көнбайыш та ятҡан ауылдар инә: Мәндәғол, Аҡбулат, Киекбай, Яңы Усман, Әтек, Ҡотан, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй ауылдары инә, ә Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған ауылдар иҫәбенә: Тимер, Байғаҙы, Байназар, Мораҙым, Монасип, Нәби, Аҫҡар, Исламбай, Яуымбай, Әбделмәмбәт, Килдеғол, Байғаҙы ауылдары инә. Беҙҙең райондан ҡарағай – ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Аралбай. Бикташ, Көләбә утарҙары хәҙер юҡ. Ауыл исемдәренең күбеһе 28 ауыл антропонимдарҙан – кеше исемдәренән алынған.

Башҡорт ауылдары билдәле бер ырыуҙың, аймаҡтың ҡышлау урындарын да барлыҡҡа килгән, йәки тәүге күсенеп килеүсе исеме менән йөрөтөлә башлаған, ниндәй һыу буйында урынлшһа, шул ауыл исеменә әйләнә, мәҫәлән: Ҡурғашлы ауылы, Ҡурғашлы йылғаһы, Брәтәк – Брәтәк йылғаһы, Иҫке Ыҙма, Әбделмәмбәт, Килдеғол һәм башҡалар. Шулай уҡ йәйләү исемдәре ошоға оҡшаш ер – һыу исемдәренә бәйле: Яҙғы йорт, Көҙгө йорт, Ҡарағас йорт – был миҙгелдең ҡайһы ваҡытта йәйләүгә күсеүгә бәйле. (География, тарих уҡытыусыһы, сәйәхәтсе Маликов Рәил Фәрүҡ улының материалдарын ҡулланып яҙылды.)

Бабсаҡ легендаһы (вариант)[үҙгәртергә]

Бик борон бер мәлде башҡорт ҡәбиләһенең ханы булған Мәсем биләгән ерҙәрҙә йыртҡыс хайуан килеп сыға, ханға, халыҡҡа зыян килтерә башлай. Мәсем хан, ярҙам һорап оран һала. Хандың саҡырыуына ҡәбилә башлыҡтарын йыйып йыртҡысты үлтерергә ҡуша. Йыртҡысты үлтергән кешегә ҡыҙын һәм ханлығының яртыһын вәғәҙә итә. Оҙаҡ йөрөгәндән һуң Бабсаҡ бей уны үлтерә лә тамғаларын ҡуйып ҡайтып китә. Мәсем хан батыр хөрмәтенә һый үткәрә. Күп тә үтмәй, йыртҡысты мин үлтерҙем, - тип Ҡарағоләмбәт килеп ета, ләкин хан уға ышанмай. Бәхәстә Бабсаҡ еңә һәм ҡыҙҙы Гәүһәрҙе уға бирергә риза була хан. Туй барған ваҡытта мәҡерле Ҡарағоләмбәт көнләшеп, һиҙҙермәҫтән генә Бабсаҡты атып үлтерә. Икеләнгән хан, ыҙғыш ҡупмаһын тип Ҡарағоләмбәт яҡлы булып китә, уны үҙенең кейәүе итә. Ҡарағоләмбәт үҙенең ҡорбанын мәсхәрәләргә уйлай: Бабсаҡтың мәйетен ергә күмдермәҫкә ҡуша һәм Ҡыпсаҡтарға алып ҡайтып күмергәлә рөхсәт итмәй. Шуның өсөн Ҡыпсаҡтар үҙ илдәренөн Ағиҙел буйлап һал менән тупраҡ килтереп, уны йылға ярынан 5 – 6 саҡырым алыҫлыҡта, өҫтөнә ҙур уба яһап ерләйҙәр, Бабсаҡты оло хөрмәт, ҡоралдары менән күмәләр. Был курган Аҡбулат фермаһынан көнъяҡ өлөшөнөң 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был курганды уратып кәртәләп ҡуйғанда Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары, 1989 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары ҙур ҡая таш, тупраҡ алып барып курганға ҡуялар. Унда ошондай һүҙҙәр бар: “Бабсаҡ бейгә Ҡыпсаҡ халҡынан”
Батырыбыҙ – Бабсаҡ,
Ағасыбыҙ – Ҡарағай,
Ҡошобоҙ – Ҡарсыға,
Ораныбыҙ – Тәңре,
Тамғабыҙ – Даға.
Бабсаҡтың ауырлы ҡалған кәләшенең улы Күҙәк атаһының ҡонон ҡайтара, ошо рәүиәт буйынса районда бик күп ер – һыу атамаларына исем булып, бөгөнгө көнгә хәтлем килеп еткән. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәре «Башҡорт халыҡ ижады» китабына индерелгән. Атайсал яланы, ҡара, сыбар һыйыр, Мәсем тауы, Көрәште, Өмбәт яланы, ҡырыуҙы һ.б урындар әле лә сал тарих һөйләй. Ҡурганды асыу көндәре 1989 йылдың йәйге көнөнә тура килә. Ҡарағоләмбәтте ҡара һыйыр өҫтөнә сырмап һалып ҡайтырға сыҡһалар, бер күбә, эҫкерт төбөнән ир – ҡыҙ бала тороп ҡаса. Күҫәк: «Бер йән икән - ҡалһын»- ти. Шул бер йәндән таралып киткән ырыу – Бөрйән – ырыуы була. Ҡара һыйыр Иҙел аша сыҡҡан ерҙә, Ҡара һыйыр кисеүе, байназар эргәһендәге тауҙы – Ҡырыуҙы тауы, Күҫәк менән Ҡарағоләмбәт көрәшкән ерҙе – Көрәште, Өмбәт яланы – ул Күҫәкка данымды алдың, өмбәтемде лә ал тигән ерҙе атағандар. Ҡыпсаҡтан таралған ырыуҙы – хәҙер ҡарағай – Ҡыпсаҡ тип йөрөтәләр. (Усманов Илдар Сабир улы хаҡлы ялдағы ОБЖ\ОВС уҡытыусыһынан 5 –се класс уҡыусыһы Сәйфитдинова Илһөйәр яҙып алды.)

Ҡыпсаҡтар[үҙгәртергә]

Тарихсы Р. Йәнгүжин ҡыпсаҡ ырыуының тарихын былай тип яҙған. Ҡыпсаҡтар бик боронғо төрки ҡәбиләләренә ҡарай, улар динле нәҫеленең бер тармағы булып тора. Улар борондан көнъяҡ Себерҙә, Саян – Алтай ҡалҡыулығында, Минусинск, Тува ҡалҡыулығында йәшәгән. Ҡыпсаҡ тураһында мәғлүмәттәр беҙҙең эраның быуатында осрай, ул саҡта улар Алтайҙың төнъяҡ – көнсығышында йәшәгән. Беҙҙең эраның быуатында ҡыпсаҡтар Төрөк ҡағанатына бойһонған. Быуатта Ҡыпсаҡтар телендә үҙгәрештәр булған, быуатта уларҙың бүленеүе була. Уларҙың бер өлөшө көнъяҡҡа Сыр – Дарья далаларына, ҡалғандары Яйыҡ – Иҙел араларына ер өсөн көрәшкә күсә. Быуаттың икенсе яртыһында Рус ғәскәрҙәре Ҡыпсаҡ ҡәбиләләренә һөжүмгә күсә. Монголдарҙың баҫып инеүе уларҙың тарҡаулығын тиҙләтә. Ҡыпсаҡтарҙың үҙҙәрендә ырыуҙар араһында ла ыҙғыш башлана, ошо ваҡытта улар ҡаҡшай. Быуатта Ҡыпсаҡтар Башҡортостанға көнъяҡтан күсеп килгән, Ағиҙелде аша сығып, уның үрге ағымына төйәкләнә. Тарихсы Рыжков 1762 йылғы хеҙмәтендә, 18 се быуаттың икенсе яртыһында булған Башҡорт ырыуҙарының барыһыныңда исемдәрен һанап сыға. Улар бөтәһе ете ырыу: Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Түңгәүер, Юрматы, Тамъян, Табын, Ғәйнә. Шуларҙың береһе Ҡыпсаҡ ырыуы. Ҡыпсаҡ ырыуы – Бощман Ҡыпсаҡ, Сарыш Ҡыпсаҡ, Сауын Ҡыпсаҡ, Сәңгем Ҡыпсаҡ, Ҡарағай Ҡыпсаҡ түбәләренән торған.

Һәр тәрбиәле, мосолман кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғәйләһенең тарихын белергә, ете быуынын белеү мотлаҡ. Тамырһыҙ кеше, быуынһыҙ, тамырһыҙ, маҡсатһыҙ, рухһыҙ була. Әлеге Ҡарағай - Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған икенсе Әбделмәмбәт ауылының тарихы түбәндәгесә. Тарихи мәғлүмәттәрҙә ауылға 1793 – 1811 йылдарҙа нигеҙ һалынған, ә ысын барлыҡта алда барлыҡҡа килгән тип фаразларға кәрәк. Тәүгеләрҙән булып был яҡтарға Асылбай һәм Ҡояш Әбделмәновтар килеп йәшәй башлаған. Тәүге килеп ултырған урынға Иҫке Ыҙма, ә йылға исеменән ауылды Үҙән тип атағандар. Ауылдың өсөнсө исеме Иглек. Иглек Ибрагимов был яҡтарға беренселәрҙән булып күсеп килеүсе. Ә хәҙер ауылды халыҡ телендә ырыу атамаһынан Ҡыпсаҡ тип йөрөтәләр. (Маликов Р.Ф география, тарих уҡытыусыһының материалдарын ҡулланып яҙылды.)

Бертеш яланы[үҙгәртергә]

Борон Башҡорттар йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөр булған. Йәйләүҙәрҙең береһендә бер әбей йәшәгән. Ул һәр ваҡыт тарамышты теше менән айырып, шул тарамыш менән итек, сарыҡ, ҡата, ситек тегер булған. Бер ваҡыт бер бала әбей эргәһенән үтеп барған һәм туҡтап әбейҙән һораған:
– Әбей, һин ни эшләп ултыраң?, – тигән.
– Мин тарамыш менән аяҡ кейеме эшләп ултырам, – тигән. Малай һорай ҡуйған:
– Әбей, ә ниңә һинең ауыҙыңда бер генә теш?
–Эй, балам, бына мин ошо тарамышты тешем менән айыра – айыра тешем берәү генә ҡалды инде, – тигән.

Шул ваҡыттан алып был әбейҙе бер тешле әбей тип атап йөрөткәндәр. Ошо йәйләүгәлә исемде Бертеш йәйләүе тип ҡушҡандар. Тиҙҙән беҙҙең йәйләү күсеп киткәс, был урынды Бертеш яланы тип атап йөрөткәндәр. )Усманова Әминә 5 –се класс уҡыусыһы, Ирназарова Рәхилә өләсәй мәрхүмәнең яҙма материалдарын ҡулланып яҙҙы.)

Кедр ағасы[үҙгәртергә]

Урыны: Бертеш яланының конъяҡ битләүе.

1967 йылда Бертештең төнъяғында йәш үҫентеләр ултырталар. Кедр ағасының олоно йомшаҡ ҡына, шуға күрә уның ылыҫтарын ҡыш болн яратып ашаған. Шуның өсөн йәш үҫентеләрҙе кәртәләп алғандар. Шуға ҡарамаҫтан йәш үҫентеләрҙең күптәрен боландар ашағанлыҡтан улар яҡшылап мандымаған, төрлөһө-төрлө ҙурлыҡта. Әлеге ваҡытта был делянкала йәмғеһе 60 – 80 ләп кедр ағасы бар.

Хәмиҙә зыяраты[үҙгәртергә]

Урыны - Бертеш яланы. Бертеш яланының көнсығыш тау битләүендә 1952 йылда сацыр һыҙырыу эше башланған. Был эшкә райондың төрлө аулдарынан йыйлған йәштәр урманда сайыр йыялар. Бер вакыт урман араһынан аҡ түшле айыу килеп сыға. Бөтә кеше ҡаса башлай. Улар араһында 18 йәшлек Янһары ауылынан Өмөкамал тигән ҡыҙҙа була. Ул аяғына яңы, осло үксәле итек кейгән булған. Айыу баҫтыра башлағас Өмөкамал ҡасып барышлай итектең берәүһен сисә, ә икенсеһен сисеп өлгөрмәй, айыу ҡыҙҙы тотоп ала. Өмөкамал бар көсөнә ҡысҡырып ебәрә. Ҡасып барыусылар туҡтап ҡала. Был ваҡытта бында Рамаҙан тигән кеше лесник була. Ул башҡалар менән айыуға ҡысҡыра, уға яҡынлаша башлаһалар айыу ҡыҙҙы тағыла нығыраҡ ғазаплай. Шулай итеп айыу сайыр һыҙырыусыларҙың күҙ алдында ҡыҙҙың ҡанын һура. Айыу ҡыҙҙың ҡанын һурып бөтөп киткәс, башҡалар уның эргәһенә баралар. Ләкин ҡыҙ үлгән була. Уны үҙ ауылына алып ҡайтып ерләйҙәр. Ошонан алып был урынды «Айыу ашаған – Хәмиҙә зыяраты» тип йөрөтәләр. (Фәйзуллин Мөнир Абдулла улы һөйләгәндәрен ҡулланып Зәйнуллин Сыңғыҙ яҙҙы.)

Маяҡ (вышка)[үҙгәртергә]

Бертеш яланынан көнъяҡ – консығыш яғында урынлашҡан. Ҡарағас йорт туғайынан төнъяҡҡа ҡарай битләү башында Ҡарағас ағасынан эшлангән вышка, маяҡ бар. Бының кеүек маяҡтар 5: Ыласын, Кандыбил, Соңғор йылға, Маяҡ. Был маяҡтар 1933 йылда бейек тау башына төҙөлгән. Бер маяҡтың башына менеп ҡараһаң, ҡалған икәүһе күренгән. Улар күҙәтеү өсөн, геодезия маҡсатында, пожар мәлендә иҫкәртеү өсөн төҙөлгән булған, хәҙер инде маяҡ – вышкалар иҫкереп, сереп йығылған.


Ҡарағасйорт туғайы[үҙгәртергә]

Был Ҡарағас йорт туғайында беҙҙең Ҡыпсаҡ ауылының беренсе йәйләүе булған. Сәбирйән Мөхәмәтҡоловтың ҡатыны Өмөлғаян был йәйләүҙең беренсе һауынсыһы булған. Сәбирйән Мөхәмәтҡолов ҡышын төрлө ауылдарҙа уҡытып, йәйен ошо йәйләүгә хатыны эргәһенә арбалы ат менән йөрөгән, шунда ял иткән. Был йәйләү хәҙер юҡ инде, ә шулай ҙа ул беҙҙең өсөн тарихи урын булып тора.

САБИРЙӘН СӘСӘН ТҮҢГӘГЕ[үҙгәртергә]

Бертеш тауы башында “Сабирйән сәсән түңгәге” тигән ҡарағас түңгәк бар. Ул яҡынса 2 метр тирәһе, 2 кеше ҡоласы кеүек йыуан. Был түңгәктең бер яғына шыма итеп балта менән шымартылған ергә, Сабирйән Мөхәмәтҡолов химик ҡәләм менән “Түңгәкка” тигән шиғыр яҙған.

Һин әүәле бер йәш ағас инең
Баштарыңа ҡоштар ҡундырған
Ата – олатайҙарҙың балтаһынан
Матур итеп солоҡ уйҙырған.

Һағыҙҙарың тәмле, балың татлы
Бәхет, дәләт менән көн күрҙең
Һис берәүгә инәлеп, зарланмайса
Үҙ алдыңа үҙең көн күрҙең.

Шул мәлдәрҙән йыраҡлаштың
Мәңгелеккә ташлап илеңде
Әҙәм балаһының яуыздары
Балта менән өҙҙө билеңде

Кидке – килке, шулай ғүмер итеп
Барыбыҙҙан да был саҡ үтәсәк
Тәбиғәттең хозур матурлығын
Мәңгелеккә ташлап китәсәк
Ләкин был шиғыр юйылған, тағыла түңгәкка старшина Алтынбай Ильясовтың яҙыуы бар: 1819 йылда был тамға 1818 йылғы ер иҫәбен алғанда бар һәм был ер минеке тигәнде аңлатҡан. Тамғаны Алтынбай Ильясов яҙа. Ошо осорҙа Санк–Петербург ҡалаһын төөҙөү башлана, шуның өсөн беҙҙең районданда ҡарағас ағастарын ташығандар. Түңгәктә тағы К.С 1917 тигән яҙыуҙарҙа бар, быны күрәһең 1917 йылда яҙғандарҙыр инде. Түңгәк эргәһенән үткән арба юлы бар. Ошо юлдан Сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов Ҡыпсаҡ йәйләүенә йөрөгән. Уның хатыны Өмөхаят ошо йәйләүҙең беренсе һауынсыһы булған. Сәбирйән Мөхәмәтҡолов ҡышын төрлө ауылдарҙа уҡытып, йәйен Ҡарағас йорт тигән йәйләүгә килә торған булған. Был йәйләү Ҡыпсаҡ ауылының беренсе йәйләүе булған. Хәҙер йәйләү бында юҡ инде. (Фәйзуллин Мөнир Абдулла улының һөйләүҙәрен ҡулланып Ҡарамышева Фирзәлиә яҙҙы.)

АҠБЕЙЕК[үҙгәртергә]

Аҡ бейек тауы аулдың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан, ул эргә тирәлә иң бейек тау, бейеклеге 658 метр. Көҙгөлөк тәүге ҡырауҙар төшә башлаһа, ул ап – аҡ ҡар яуған һымаҡ күренә. Аҡ – бейек тауының ауылға күренгән һырты төнъяҡтан – көнъяҡҡа һуҙылған. Беҙҙең яҡта ел көнбайыштан һәм төнъяҡ – көнбайыштан өҫтөнлөк итә, шуға ҡыш көндәрендә һырт өҫтөндәге ҡарҙы ауыл яғына өрөнтө итеп һала. Ошо өрөнтө яҙғылыҡ май аҙаҡтарына тиклем иреп бөтә алмай ағарып күренеп ята. Йәй башында тау аҡ сәскәләргә күмелеп аҡ булып күренә. Көҙгә табан ҡылған үләндәре тауҙы сал төҫкә индерә. Шуға ла был тауҙы ауыл халҡы Аҡбейек тип исемләгән.

ҠАРАТАШ[үҙгәртергә]

Ауылдың көнбайыш яғында ҙур Ҡараташ тауы ҡалҡып тора. Тауҙың урта бил тәңгәлендә өй ҙурлығында ҡара ҡая таштары ҡалҡып тора. Ауылдың бөтә урамдарынан ул ҡап – ҡара булып әллә ҡайҙан күренеп ята. Шуға ла халыҡ уны Ҡараташ тип атаған.

Ҡараташтың көнбайыш итәгенән ситләтеп көнсығышҡа Үҙәнгә шишмә ағып сыға. Был шишмәнең башланған ерен ауылдың оло кешеһе Усманов Фәсхитдин Фаслетдин улы (1927) кәртәләп, һыуына алюминий торбанан олаҡ эшләгән. Шуға ла уны хәҙер ҡайһы берәүҙәр Фәсхитдин ҡотоғо тип әйтәләр. Сәбирйән Мөхәмәтҡолов урамы халҡы йыл әйләнәһенә Ҡараташтан һыу алып эсә, ҡуллана, уҡыусылар уны йыл һайын таҙаартып тора.

КӨРПӘ ЙЫЛҒАҺЫ[үҙгәртергә]

Әбделмәмбәт ауылы эсендә бөтәһе 6 йылға аға. Аҡбейектең көнсығыш битләүенән Ҡамабар йылғаһы, ул Оло йылғаға ҡоя. Бәләкәй йылға көнсығыштан-көнбайышҡа табан агып Үҙән йылғаһына ҡоя. Ҡараташ һәм Көрпә йылғалары Үҙәнгә ҡоялар. Был йыла буйында әрәмәләр бик әҙ. Уның һыуы бик таҙа, шифалы, күҙгә дауа булыуы менән билдәле. Ауыл кешеләренең күҙҙәре ауыртһа, ҡояш ҡалҡмаҫ элэк барып күҙҙәрен йыуып дауалар булған. Ул ҡыш көнө туңмай. Элек ошо йылғаға көрпә төҫөндә һыйыр батып ятҡан-шуға уны «көрпә» йылғаһы тип атағандар. (Ауылдың аҡ һаҡалдарының һөйләүенән, үҙгәртеп яҙылды). == Салиха ҡотоғо == Минең өләсәм Салиха эҫе көндәрҙең береһендә һалҡын һыу эҙләп, тау аҫтында ҡомған сүмес менән һыу эҙләгән, табып алып таҙартҡан һәм шунан һалҡын һыу алып эсеп йөрөгән. Шул ҡотоҡто Салиха ҡотоғо тип атай башлағандар. Әлелә унан һыу ағып ята. Уның һыуы тәмле, һыуыҡ, саф, йәй эҫе көндәрҙә айран һыулап эсергә бик яҡшы була. Усманова Гөлзиә олатаһы Усманов Айса Муса улының яҙма материалдарын ҡулланып яҙҙы.

АЙЫУ ӨҢӨ[үҙгәртергә]

Йылғаһы һәм тауы. Элегерәк, һунарсылар айыуға һөңгө менән йөрөгән ваҡытта беҙҙең ауылдан 3 ағай – эне ҡыш көнө, Яуымбай – Абласкин ауылына ҡунаҡ – ҡоҙа, атлы ҡунаҡ итеп саҡырылалар. Ул ваҡытта ат юлы йылға эргәһенән булған. Йылғаһының һул яғынан ағым ыңғайына бейегәйә барған тау теҙмәһе китә. Бер көнө шулай иртәнсәк ҡунаҡҡа китеп барғанда, йылға буйлап саҡрым ярым күтәрелгәс, артта барған кесе ҡустылары, ҡаршы тау уртаһында боҫ сығып торғанын күреп ҡала. Ул ағайҙарына әйтмәй, нимәлер онотолоп ҡалған тип, һеҙ көтмәгеҙ, аҙаҡтан үҙем барырмын тип, кире боролоп ҡайтып китә. Ҡайтҡас һунар ҡоралдарын ала һәм кәләшенә ҡорот, май, ит, икмәк һалырға ҡуша. Кире килгәс, тауҙың уртаһында бер – ике метр бейектә ҡая таш сығып торғанын күрә. Боҫ йылға яғына төндөк һымаҡ тишектән сығып тора. Ауыҙы йылға ағымы ыңғайы, ағастар яғына сығып торған була. Һунарсы, айыуҙы сығарыр өсөн үсектерә башлай, икмәк, ҡорот, ит, май ырғыта. Айыу үсегеп сығып килгәс,таш өҫтөнә һәңгө менән үтә сәнсә, һунарсы һөңгөһөн һуңынан ысҡындырмай һәм айыу менән тау аҫтына тиклем тәгәрмәләйҙәр. Тау аҫтына төшкәндә айыу үлгән була, өйҙөң һыуылдығына аҫҡанда муйыны бөгөрләнеп ерҙә ятҡан. Һунарсы айыуҙы эшкәртеп бөткәс Яуымбайға ҡунаҡҡа киткән. Ағайҙары ниңә һуңланың тигәс, бер айыу өңө күреп ҡалғайным ацыуын алып килдем – тигән. Шул ваҡыттан алып был йылғаны “Айыу өңө”, тауы тип йөрөтә башлағандар. Хәҙерге осорҙала ҡайһы бер синыф уҡыусылары “Айыу өңөн” күрергә экскурсияға баралар. (Дауытов Иҙрис Юныс улынан яҙып алынды.)

Ҡамабар йылғаһы[үҙгәртергә]

Аҡбейек тауынан ауылды ситләп, Ҡамабар йылғаһы ағып төшә. Элек йылға буйында ҡуйы ағаслыҡ булған һәм ҡама тигән йәнлек йәшәгән. Ҡараташ тауынан Ҡараташ йылғаһы ағып төшә. Ҡамабар йылғаһы ауылды бүлеп үтеүсе Оло йылғаға ҡоя. Оло йылғаға паралель рәүештә Үлекбар тауы буйлап бәләкәй йылға аға. Үлекбар тауында зыярат урынлашҡа, шуға Үлекбар тип йәрөтөлә. Оло һәм Бәләкәй йылғалар иң оло һыу Үҙәнгә ҡоя. Үҙән йылғаһы ауылға ҡаршы урынлашҡан Ҡашҡа тауҙы уратып аға. Был тау ҡуйы ҡарағай, ҡарағас урманы менән ҡапланған, ә тауҙың башында ҙур асыҡ ялан бар, ошо ҡашҡаһы булғанға күрә Ҡашҡатау тип йөрөтәләр. Үҙән йылғаһы Әбйәлил районында башлана, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡараташ йылғаһынан бер тау аша үҙәктән генә Үҙәнгә Көрпә исемле йылға ағып төшә. Элек ошо йылғала көрпә төҫөндәге һыйыр батып ятҡан. Йылға һыуы ҡыш көнө туңмай һәм күҙ өсөн шифалы һыу тип һанала. Ауылдың көнъяғында Аратау тауы ята, ул ике тау араһында ятҡанға, аралағы тауҙан Аратау ҡалған. Аҡбейек һәм Үлекбар тауы араһында арҡыры рәүештә ятҡанға күрә, был тауҙы Арҡырығыр тип йөрөтәбеҙ.

Ауылда һәр өйҙөң тигәндәй үҙ сабынлығы бар, һәр сабынлыҡтың үҙ исеме бар: Өмөткән – өмө – иткән.
Этбатҡан – йылғаһында эт батып ятҡан.
Суҡмуйыл – муйылы күп булған.
Ҡарағай туғай – ҡуйы ҡарағай үҫкән.
Таш аҫты – яландың осонда ҡаянан ҙур таш сығып тора.
Бурһыҡ өңө – бурһыҡ йәшәгән.
Тәрән ятыу – һыуы тәрән булғанға.
Баҫыу – баҡсалап иген үҫтерелгән.
Дегәнәк – дегәнәк үҫкән.
Һуғанбуған – һуған үҫкән һәүәл булған.
Ауылдың ололар телендәге исеме Үҙән, Үҙ йылғаһы исеменән алынған. (Маликов Р.Ф улының С.Мөхәмәтҡолов архивынан 1988 йылда яҙып алынған материалдарын Ҡарамышева Н.М. ҡулланып яҙҙы.)

Бабсаҡ легендаһы (вариант)[үҙгәртергә]

Бик борон бер мәлде башҡорт Ҡәбиләһенең ханы булған Мәсем биләгән ерҙәрҙә йыртҡыс хайуан килеп сыға, ханға, халыҡҡа зыян килтерә башлай. Мәсем хан, ярҙам һорап оран һала. Хандың саҡырыуына ҡәбилә башлыҡтарын йыйып йыртҡысты үлтерергә ҡуша. Йыртҡысты үлтергән кешегә ҡыҙын һәм ханлығының яртыһын вәғәҙә итә. Оҙаҡ йөрөгәндән һуң Бабсаҡ бей уны үлтерә лә тамғаларын ҡуйып ҡайтып китә. Мәсем хан батыр хөрмәтенә һый үткәрә. Күп тә үтмәй, йыртҡысты мин үлтерҙем, - тип Ҡарағоләмбәт килеп ета, ләкин хан уға ышанмай. Бәхәстә Бабсаҡ еңә һәм ҡыҙҙы Гәүһәрҙе уға бирергә риза була хан. Туй барған ваҡытта мәҡерле Ҡарағоләмбәт көнләшеп, һиҙҙермәҫтән генә Бабсаҡты атып үлтерә. Икеләнгән хан, ыҙғыш ҡупмаһын тип Ҡарағоләмбәт яҡлы булып китә, уны үҙенең кейәүе итә. Ҡарағоләмбәт үҙенең ҡорбанын мәсхәрәләргә уйлай: Бабсаҡтың мәйетен ергә күмдермәҫкә ҡуша һәм Ҡыпсаҡтарға алып ҡайтып күмергәлә рөхсәт итмәй. Шуның өсөн Ҡыпсаҡтар үҙ илдәренөн Ағиҙел буйлап һал менән тупраҡ килтереп, уны йылға ярынан 5 – 6 саҡырым алыҫлыҡта, өҫтөнә ҙур уба яһап ерләйҙәр, Бабсаҡты оло хөрмәт, ҡоралдары менән күмәләр.

Был курган Аҡбулат фермаһынан көнъяҡ өлөшөнөң 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был курганды уратып кәртәләп ҡуйғанда Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары, 1989 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары ҙур ҡая таш, тупраҡ алып барып курганға ҡуялар. Унда ошондай һүҙҙәр бар: “Бабсаҡ бейгә Ҡыпсаҡ халҡынан”
Батырыбыҙ – Бабсаҡ,
Ағасыбыҙ – Ҡарағай,
Ҡошобоҙ – Ҡарсыға,
Ораныбыҙ – Тәңре,
Тамғабыҙ – Даға.

Бабсаҡтың ауырлы ҡалған кәләшенең улы Күҙәк атаһының ҡонон ҡайтара, ошо риүәйәт буйынса районда бик күп ер – һыу атамаларына исем булып, бөгөнгө көнгә хәтлем килеп еткән. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәре «Башҡорт халыҡ ижады» китабына индерелгән. Атайсал яланы, ҡара, сыбар һыйыр, Мәсем тауы, Көрәште, Өмбәт яланы, ҡырыуҙы һ.б урындар әле лә сал тарих һөйләй. Ҡурганды асыу көндәре 1989 йылдың йәйге көнөнә тура килә. Ҡарағоләмбәтте ҡара һыйыр өҫтөнә сырмап һалып ҡайтырға сыҡһалар, бер күбә, эҫкерт төбөнән ир – ҡыҙ бала тороп ҡаса. Күҫәк: «Бер йән икән - ҡалһын»- ти. Шул бер йәндән таралып киткән ырыу – Бөрйән – ырыуы була. Ҡара һыйыр Иҙел аша сыҡҡан ерҙә, Ҡара һыйыр кисеүе, Байназар эргәһендәге тауҙы – Ҡырыуҙы тауы, Күҫәк менән Ҡарағоләмбәт көрәшкән ерҙе – Көрәште, Өмбәт яланы – ул Күҫәкка данымды алдың, өмбәтемде лә ал тигән ерҙе атағандар. Ҡыпсаҡтан таралған ырыуҙы – хәҙер ҡарағай – Ҡыпсаҡ тип йөрөтәләр. (Усманов Илдар Сабир улы хаҡлы ялдағы ОБЖ\ОВС уҡытыусыһынан 5 –се класс уҡыусыһы Сәйфитдинова Илһөйәр яҙып алды.)

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • “Совет Башҡортостаны” гәзите, 1993 йыл. №177, 1992 йыл №209, 210
  • “Таң” гәзите. 1994 йыл №65
  • “Ҡыпсаҡтар”. Рим Йәнғужин
  • “Ҡарағай – Ҡыпсаҡ”. Әхтәр Тимерйәнов. Өфө – 2004
  • Фәйзуллин М.А. материалдарынан.
  • С. Мөхәмәтҡолов архивынан