Эстәлеккә күсергә

Ҡырмыҫҡа (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Бейек тауға менәләр,
    Тоҡтар йөкмәп киләләр.
  2. Бейек тауға менәләр,
    Утын йөкмәп киләләр.
  3. Йомро башлы ҡәйнә
    Йүгереп-йүгереп йөк ташый.
  4. Бәләкәй генә урыҫ малайы
    Йүгерә-йүгерә йөк ташый
  5. Шау, шау, шау ҡамыш
    Шыуҙырышып бара, имеш,
    Утыҙ ике йомортҡаһын
    Ташлап китеп бара, имеш.
  6. Йомро башлы, нескә билле.
  7. Тауға менгәндә таймаҫ,
    Ат тояғы тейгәндә үлмәҫ.
  8. Үҙе бәләкәй булһа ла
    Үҙенән ҙур күтәрә.
  9. Билән-билән билән атым,
    Тауға менһә, таймаҫ атым.
  10. Билән-билән билән ат,
    Биле нәҙек көрән ат.
    Тауға менһә, таймаҫ ат,
    Талаҡ тейһә, үлмәҫ ат.
  11. Биле нәҙек билән ат,
    Барынан да көслө ат.
    Тауға менһә, таймаҫ ат,
    Арыу-талыу белмәҫ ат,
    Ул нимә була?
    Уйлап тап.
  12. Билән-билән билән ат,
    Биләнский көрән ат.
  13. Тауға менһә, таймаҫ ат,
    Һыуға төшһә, батмаҫ ат.
  14. Түше ҡалын, биле нәҙек,
    Эҙләгәне — аҙыҡ.
  15. Ерән атым бик ярһыу:
    Бар белгәне — йөк ташыу.
  16. Үҙе бәләкәй генә булһа ла тау-таш аҡтара.