Беҙҙең баҡсабыҙ артынан
Бер кескәй йылға аға,
Исеме лә шундай матур,
Төлкәҫ тиеп атала.
Ул аға болондар буйлап
Дәртле йырҙарын йырлап,
Яр буйы туғайҙарында
Ҡоштары тора һайрап.
Йәй көнө Төлкәҫ һыуында
Ап-аҡ ҡаҙҙар йөҙәләр,
Ҡыр үрҙәктәре, селәндәр
Был йылғаны һөйәләр.
Төлкәҫ һыуында йәшәйҙәр
Сабаҡтар, ҡоморойҙар,
Яр буйында ҡармаҡ һала
Шаян үҫмер малайҙар.
Йәйҙең эҫе көндәрендә
Ҡыҙҙар балаҫ йыуалар,
Төлкәҫтең көйөнә ҡушып
Моңло йырҙар һуҙалар.
Красноусол ауылында
Ул Көгөшкә ҡушыла,
Беҙҙең бәләкәй Төлкәҫ тә
Ҙур диңгеҙгә юл ала.