Эстәлеккә күсергә

Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Фронтовик ҡарт олатайҙарым

Викидәреслек проектынан

Фронтовик ҡарт олатайҙарым



Минең ике ҡарт олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан.

Атайым яғынан ҡарт олатайым Иҙрисов Зиннур Әбүбәкер улы 1906 йылда Аҡташ ауылында тыуған. 1942 йылда оло йәштә булhа ла hуғышка алына. Уның ҡатыны Зәйнәп ике улы hәм ике ҡыҙы менән тороп ҡала. Минең олатайым Фәриткә hигеҙ йәш тулған була. Ҡарт олатайым бәләкәйҙән колхозда эшләп үҫә. 1944 йылда Зиннур уның hуғыш яланында хәбәрhеҙ юғалды тигән хат килә. Зәйнәб өләсәй уны ғүмере буйы ҡай тыр тип көтөп йәшәй.

Әсайемдең олатаһы Ҡотлогилдин Мөхамәтғәли 1926 йылда Ташбүкән ауылында тыуған. Уны 18 йәше тулғас та 1944 йылда һуғышҡа алғандар. Һуғышта артеллирист булған, пушкаларҙан ауыр снарядтәр менән дошмандарға аткандар. Япондар көнсығышында һуғыш асҡас, карт олатайымды тыуған ил сиктәрен һаҡларға Даманскийгә ебәрәләр. Ҡарт олатайым Еңеү көнөн Алыҫ көнсығышта ҡаршы ала.Шатланалар, мылтыҡтан атып салюттар бирәләр.Тик уларҙы һугыш бөтһә лә өйҙәренә ҡайтармағандар. Ул тағы ла биш йыл ил сиген һаҡлай .Барлығы 7 йылға яҡын йөрөп 1950 йылдың көҙөндә генә тыуған ауылы Ташбүкәнгә ҡайта.Унда тормош ҡора, балалар үҫтерәләр, минең олатайым Әнүәр уның иң оло балаһы.

Ике ҡарт олатайым да беҙҙе тыныс, рәхәт йәшәһен тип дошмандар менән көрәшә. Мин 9 Майҙа парадта ике фронтовик карт олатайымдың да портреттәрен тотоп йөрөйөм. Улар менән ғорурланам.


Иҙрисов Айҙар. 4 а кл.КБГИ Йәншишмә