Эстәлеккә күсергә

Үлсәү (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ике табаҡ, бер сабаҡ.
  2. Өс аяҡҡа бер тояҡ.
  3. Ике табаҡ,
    Береһе: «Төшәм», — ти,
    Береһе: «Менәм», — ти.
  4. Ике тояҡҡа алты аяҡ.
  5. Алты аяҡ, ике тояҡ,
    Уртаһында тел,
    Аҡылың булһа, тап та бел.
  6. Алты аяҡ, ике тояҡ,
    Елкәһе юл, уртаһы тел,
    Тояғы йөрөмәй,
    Аҡыллы аңлар,
    Ахмаҡ тыңлар.
  7. Алты аяҡ,
    Алты аяҡҡа ике тояҡ:
    Уртаһында тел,
    Теле тирбәнмәй,
    Тояғы йөрөмәй,
    Аҡыллы аңлай,
    Ахмаҡ тыңлай.
  8. Алты аяҡ, ике тояҡ,
    Кәмбер-кәмбер, уртала бер тел.
  9. Ике сарыҡ, алты аяҡ,
    Уртаһында тел,
    Аҡылың булһа, уйлап бел.
  10. Бохарҙан килгән пел,
    уртаһында тел,
    Алты аяҡ,
    Алты аяҡҡа ике сарыҡ.
  11. Бер ағайға өс ҡул.