Эстәлеккә күсергә

Үпкә-бауыр ризығы

Викидәреслек проектынан

Үпкә-бауыр ризығы  — малды салғандан һуң, уның үпкә, бауыр, йөрәк, бөйөрҙәрен ҡулланып, әҙерләнгән төрлө ризыҡ.

Уларҙың иң ҡиммәтлеһе — бауыр, уны паштет, консерва эшләү өсөн киң ҡулланалар. Йөрәк, бөйөрҙәр туҡмас, кәбеҫтә аштары, һурпаһыҙ блюдо өсөн файҙаланыла. Төрки халыҡтарҙа үпкә-бауыр башлыса тултырма эшләүгә тотонола.

Малдың үпкә — бауыры аҙыҡ-түлек сифаты буйынса иттән һис кенә лә түбән тормай, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта өҫтөн дә һаналыуы мөмкин, сөнки ул ентекле эшкәртеү талап итә. Был ризыҡта тимер һәм D витамины күп була.


Гөлсәриә Әбилева (БашВикинан күсерелде)