Эстәлеккә күсергә

Үрмәксе, үрмәксе ауы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Алты аяҡлы — Алып түгел,
    Дүрт күҙе бар — дейеү түгел.
    Арҡаһына арҡанлағаны — эсәк түгел,
    Ебе нескә — ебәк түгел.
  2. Өй түрендә мөйөштә
    Ҡыл иләк элгән фәрештә.
  3. Түшәмдә, мөйөштә
    Ҡулһыҙ яһаған иләк тора.
  4. Балтаһыҙ килде, таҡтаһыҙ өй һалды.
  5. Арҡаны нәҙек булһа ла,
    Эләкһәң, китә алмаҫһың.
  6. Күрер-күрмәҫ күҙҙәре,
    Селтәр бәйләй үҙҙәре.