Эстәлеккә күсергә

Үрт (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Эйелеп-эйелеп етә килә,
    Еткән ерен йота килә,
    Ҡайынлыҡтан үтә килә,
    Ҡайын һыуын эсә килә.
  2. Ялт -йолт итә килер,
    Итәген-еңен йыя килер,
    Ҡайынлыҡҡа етә килер,
    Ҡайын һыуын эсә килер.
  3. Үрелә килә, үрелә килә,
    Ҡау үләнен ҡыҙыра килә,
    Ҡарурманға керә килә,
    Ҡайын һыуын эсә килә.
  4. Ана бара, юлы ҡара.
  5. Үҙе саба, ҡойроғо ҡала.

Яланда усаҡ яҡҡан урын

  1. Ҡыҙыл үгеҙ ятҡан ергә
    Ҡырҡ йылһыҙ үлән үҫмәҫ