Үҙ ҡурынан әсетеп бешергән арыш икмәге

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Үҙ ҡурында әсетеп бешергән арыш икмәге

Үҙ ҡурынан бешерелгән арыш икмәге.jpg

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • Арыш һәм бойҙай оно
  • Тоҙ
  • Май (үҫемлек майы)
  • Шыйыҡлыҡ (һыу)
  • Тәмләткестәр (тмин, әнис, көнбағыш һәм башҡа орлоҡтар, киптерелгән хуш еҫле үлән онтағы)

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Быяла банкала 2-3 ҡалаҡ арыш онон, үҙен генә, йылымыс һыу менән шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында иҙеп, 1-2 көн йылымыс урында әсетеп алаһың. Әҙер булған әсеткене ҡапҡаслы иркен һауытҡа бушатып, 0,75-1,0 л самаһы йылы һыу өҫтәйһең. Ҡуйы ғына ҡатыҡ шыйыҡлығына еткәнсе, самалап арыш оно ҡуша-ҡуша, яҡшы итеп болғатаһың. Ҡапҡасы менән ябып, һауыттың үҙен дә йылы итеп урап, йылы урынға ҡамырҙы ҡабартырға ҡуяһың.

Бер-нисә сәғәттән һуң, күпереп, һауыт тултырып әсеп сыҡҡан ҡамырҙан иң тәүҙә баяғы банкаға, киләһе осраҡ өсөн, 2-3 ҡалаҡ ҡур алып ҡалаһың. Ҡалаҡ менән болғай алырлыҡ массаға еткәнсе, күпергән ҡамырға бойҙай һәм арыш ондарын ҡатыштырып, 1 аш ҡалағы тирәһе тоҙ, 2-3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәмләткес орлоҡтар (әнис, тмин, көнбағыш орлоғо һ.б.), йә булмаһа, төрлө хуш еҫле үләндәрҙе порошок хәленәсә онтаҡлап, барыһын бергә ҡушып баҫаһың. Майланған табаға һалғас, һыуға тығып еүешләгән ҡул менән ҡаты ҡамырҙың өҫтөн матурлап, һылап, тигеҙләйһең һәм өҫтөн сепрәк менән ябып, тағы бер-нисә сәғәткә йылы урынға ҡуяһың. Ҡамыр ҡабарып, күтәрелгәс, эҫе мейестә, йә духовкала 180—190 градуста 60-70 минут тирәһе бешереп алаһың. Әҙер булған икмәкте, өҫтөн таҙа ҡалын сепрәк менән ҡаплап, яйлап һыуытаһың.