Һандыҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ мал йыя.
- Аҫлы-өҫлө тирмән,
Хан килһә лә, бей килһә лә
Тороп, урын бирмәм. - Ике ҡолағын тарттым,
Түр башына аттым. - Дүрт мөйөш, ике теш.
- Дүрт мөйөш, ике теш,
Түр башынан төш! - Тышы йылтыр, эсе ҡыуыш,
Күп нәмәләр һалына. - Дүрт мөйөшлө,
Ике ҡолаҡлы,
Эсе-тышы затлы. - Эсе ҡыуыш,
Тышы тимер,
Үҙе ағас. - Биҙәкле тау эсендә
Туй бүләге теҙелгән. - Сатрашлы күлдәк кейгән,
Инәйем артынан килгән,
Атайым түренә менгән. - Әсәйемдең асҡысы ла йомғосо.
- Эсе — һарай, тышы — ҡалай.
Һандыҡ асыу
- Ҡара һыйырымдың ҡарынын ярҙым.