Һанлы башватҡыстар
Уҡыу көйләүҙәре
- Беренсе, икенсе,
Өсөнсө, дүртенсе,
Бишенсе, алтынсы,
Етенсе, һигеҙенсе,
Туғыҙынсы, унынсы —
Ул ни?
— Беренсеһе — беләү,
Икенсеһе — игәү,
Өсөнсөһө — өсаяҡ,
Дүртенсеһе — дүрткел һандыҡ,
Бишенсеһе — бешкәк,
Алтынсыһы — ашыҡ,
Етенсеһе —Етегән йондоҙ,
Һигеҙенсеһе — һикерәндәк,
Туғыҙынсы — тумыртҡа,
Унынсыһы — сыбар ала йомортҡа.