Эстәлеккә күсергә

Һарт тарихы

Викидәреслек проектынан

Иҫке Монасип (Һарт) —Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районына ҡараған ауыл

Һарт тарихы

[үҙгәртергә]

Һуңғы йылдарҙа ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәр юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалғанда, был темаға район гәзитендә рубрика асылыуы ҡыуаныслы хәл. Күренекле публицист, шағир, телсе-ғалим Рәшит Шәкүр һүҙҙәре менән әйткәндә:”Топонимика- халыҡ теленең, халыҡ тарихының бихисап серҙәрен һаҡлаусы тылсымлы донъя”. Ысынлап та, бер ауыл тирәһендәге атамалар ғына халыҡ тарихы буйынса әллә күпме мәғлүмәт һаҡлай.

Борон-борондан кеше тау, йылға, ялан, ауылдарға исем биргән. Ваҡыт үтеү менән тел дә үҙгәрә, ә атама тороп ҡала. Ҡайһы бер атама-һүҙҙәр ҡулланыштан сығып, архаизмға әйләнеп, икенсе һүҙҙәр менән алышынған. Ошо атамаларҙың мәғәнәһен асып, уға бәйле риүәйәттәрҙе яҙып, киләһе быуынға еткереү – беҙҙең изге бурыс.

—Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең һөйләшкән теле хәҙерге телдән ныҡ айырыла. Күп һүҙҙәр онотолдо инде,-ти әсәйем, 83 йәшлек Асия Зекриә ҡыҙы.

—Илленсе йылдарға тиклем кеше “ауыл”һүҙен ҡулланманы, “ыҙма” тип йөрөттөләр. Бесәндә, йәйләүҙә ятҡанда ла “ауылға ҡайтып киләбеҙ” тимәй, “ыҙмаға ҡайтып киләбеҙ”, тип һөйләрҙәр ине.

Ауылдарҙы ла тик боронғо исемдәре менән генә йөрөттөләр. Мораҙым – Имес йә Аратау, Мәһәҙей – Түңгәүер, Яуымбай – Ҡайынөй, Ҡолғана – Тамьян, Килдеғол – Һарағы, Әбдермәмбәт – Үҙән, Иҫке Мөсәт – Саҡмағош, Кейекбай – Баштире, Яңы Монасип – Мишәр, Иҫке Монасип – Һарт. Бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтарҙың да тел айырмаһы бар ине, хәҙер ул да бөттө. Бөтәһе лә дөйөм әҙәби телгә күстеләр.

Иҫке Монасип (Һарт) ауылының Ағиҙел аръяғында тау итәгендә урынлашҡан өлөшө Кепес тип йөрөтөлә.

Кепес – хәҙерге төрөк телендә тау бите, тау итәге мәғәнәһен аңлата.

Һарт менән Мишәр араһындағы тау – Тәпәнәк. Тәпә - төрөк телендә “тау”. Бөтә төрки халыҡтар бер тамырҙан. Ошо ике аңлатма ғына ҡасандыр беҙҙең телдәр бер, йәки бик яҡын булғанлығын дәлилләй.

Һарттар ҡайҙан килеп сыҡҡан

[үҙгәртергә]

Һарттар XX быуат башына тиклем Урта Азияла йәшәгән, мең йыллыҡ бай тарихы, теле, мәҙәниәте булған төрки халыҡ. Һуңғы бер нисә быуат эсендә был ҡәүем, башҡа төрки халыҡтарға ҡушылып, йәғни ассимиляцияға бирелеп, айырым милләт булараҡ юҡҡа сыға.

XX быуат башында Үзбәкстан биләмәһендә миллион самаһы һарт йәшәй. Ташкентта һарт телендә матбуғат та баҫтырыла. Әммә 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа һарттар булмай, үзбәк яҙылалар. Һарт нәҫелдәре бөгөн үзбәк, ҡаҙаҡ, төркмән, башҡорт, ҡарағалпаҡ, төрки булмаған тажиктар араһында ла бар.

XVII- XVIII быуаттарҙа һарттар Башҡортостанға күсеп килеп ултырып, артабан аҫаба башҡорттар булып китә. Рус этнографы, тарихсы Н. П. Остроумов уларҙы былай һүрәтләй: “Һарттар тиҙ тоҡаныусан, ҡыҙыу тәбиғәтле, намыҫлы, үткер, аҡыллы һәм эшһөйәрҙәр. Фанатик мосолмандар”.

Һарт ауылдарын республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә осратырға мөмкин. Хәҙерге Силәбе, Ҡурған башҡорттары араһында, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дыуан, Әбйәлил райондарында һарт нәҫелдәре күп.

Беҙҙең Һарт ауылына килгәндә, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ шәжәрәһе түбәндәгеләрҙе бәйән итә: “Яуҙан алып килгән ике ул балаға Ишбулды һәм Ишкилде исемдәре ҡушылып, уғылы булмаған Ҡубашҡа бирелде, Сартлар айырылды”.

Риүәйәт буйынса, һарттар беҙҙең яҡҡа сапҡын яһағандар. Үҙҙәре менән ҡатындары ла, балалары ла була. Ике ир бала яу яланында ташлап ҡалдырылған. Малайҙар үҫеп ир еткәс, уларға туғайҙан ер бүлеп, башлы-күҙле иткәс, һарттар күбәйә. Шулай итеп ауылды Һарт тип йөрөтә башлайҙар. Ҡубаш уллыҡҡа алған малайҙар XVI быуат башында йәшәгән Бабсаҡ бейҙән һигеҙенсе быуынға айырылалар.

Тарихта дүрт быуын бер быуат, йәки бер йөҙ йыллыҡҡа тиң. Бынан сығып, Һарт ауылы XVIII быуат башында нигеҙләнә тип әйтергә була. Әммә архив материалдарында, Монасип ауылына XVIII-XIX быуаттар сигендә Монасип Юлдашбаев нигеҙ һала, тиелә.

Документтар буйынса, Бөрйән район биләмәһедә булған бөтә ауылдар ҙа тиерлек XVIII быуат аҙағы, йә XIX быуат эсендә барлыҡҡа килгән. Был шул осорға тиклем беҙҙә ауылдар булмаған, тигәнде аңлатмай. Утарҙар, бәләкәй ауылдар була, тик һуңыраҡ рәсмиләштереләләр.

Дөрөҫ, байтаҡ ауылдар, шул иҫәптән Мораҙым, Кейекбай, Яңы Монасип, Ғәлиәкбәр һәм башҡа ҙурайған башҡа ауылдарҙан айырылып сығыу һөҙөмтәһендә, шулай уҡ икенсе яҡтан күсеп килеүселәр тарафынан барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәргә Темәстәр нигеҙ һала.

(Заһир Дәүләтбирҙин, “Таң” гәзите, № 31. 2014 йыл, 18 март.)