Һарымһаҡлы борсаҡ ашы
Уҡыу көйләүҙәре
Һарымһаҡлы борсаҡ ашы — туңған борсаҡҡа һарымһаҡ өҫтәп бешерелгән иҙмә аш.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
[үҙгәртергә]- 2 баш һарымһаҡ
- ваҡ итеп туралған бер баш һуған
- 1 аш ҡалағы әнис
- 800 гр (1 3/4 lb) туңған борсаҡ (petit pois)
- 1 л (1 3/4 pt) йәшелсә һурпаһы
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]- Мейесте 200 С градусҡа тиклем йылытырға. Таҙартылмаған һарымһаҡ баштарын табаға һалып, зәйтүн майын һибеп, 20-25 минут бешерергә, ул йомшарырға тейеш. Әҙерәк һыуытырға, өлөштәргә бүлеп, тышынан эслеген һытырға.
- Һарымһаҡ бешкәнсе, табала ҙур май киҫәген йылытырға, һуғанды ҡыҙҙырырға. Әнис өҫтәп, бер минут болғатырға. Артабан борсаҡ һәм иҙелгән һарымһаҡты ҡушырға. Болғарға һәм һурпаға өҫтәргә. Ҡайнатырға һәм талғын утта 6—8 минут бешерергә. Уттан алырға.
- Өлөшләп ашты блендерға ҡойорға, иҙмә эшләргә. Кәрәкле миҡдарҙа тәмләткестәр өҫтәргә, кире кәстрүлгә ҡойорға һәм яңынан йылытырға. Ҡаймаҡ һәм кипкән икмәк менән өҫтәлгә ҡуйырға.