Эстәлеккә күсергә

Һарыҡ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Эсе күптәй, аяғы ептәй.
  2. Бото ҡылдай, эсе мискәләй.
  3. Йылыта, кейендерә,
    Әҙәмде һөйөндөрә.
  4. Иртә килә Дәлим,
    Кис тә килә Дәлим.
    Төрлө-төрлө сәскәләрҙән
    Төймә төйә Дәлим.
  5. Иртә лә ләй-ләй,
    Кис тә ләй-ләй.
    Төрлө-төрлө ебәктәрҙән
    Төймә бәйләй .
  6. Байбикәнең баса туны бер ҡырҡыла, бер үҫә.
  7. Йәй ҙә, ҡыш та бер тун кейеп йөрөй.
  8. Гел тун кейеп йөрөй,
    Үҙе бер ҙә «тирләйем» тимәй.
  9. Тиреһе иләнмәгән,
    Туны тегелмәгән,
    Туғаным шуны кейеп йөрөй.
  10. Бейек-бейек тауҙарҙа,
    Зифа буйлы талдарҙа
    Йүгерә-йөрөй аҡ сәкмән.
  11. Тауға менһә — ләр-ләр,
    Тауҙан төшһә — ләр-ләр.
  12. Төрөнгәс ул ап-аҡҡа,
    Оҡшап тора болотҡа.
    Ашата ла кейендерә,
    Кешене һөйөндөрә.