Эстәлеккә күсергә

Һағындыра бит ул тыуған яҡ

Викидәреслек проектынан

25 июндә Мораҙ ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Был көндө мораҙҙар түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Сөнки бындай ҙур сара ауыл тарихында тәүгеһенән үтә. Шуға ла улар ентекләп әҙерләнгән: ауылдағы һәр йорт йәйғор нурҙарына күмелгәндәй, биҙәлгән, төҙөкләндерелгән. Тап ошо байрам бер ағас япраҡтары булған ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырыу, күрештереү бәхетенә ирештерҙе.

1737 йылда барлыҡҡа килгән, 279 йыллыҡ тарихлы Мораҙҙа (икенсе атамаһы Мәндем) 34 кенә йорт (134 кеше йәшәй) булыуға ҡарамаҫтан, иркен ауыл урамындағы халыҡтың күплеген күреп, уның тамырҙары бик тәрәндә икәнлегенә инандыҡ. Әллә нисәмә йылдар буйына бер-береһен күрмәгән ауылдаштарҙың, хәҙер инде сал сәсле апай-ағайҙар, әбей-бабайҙарҙың шатлыҡ йәштәре был байрамдың ни тиклем мөһим икәнлегенә ишараланы. Байрам сараһына килеүсе ҡунаҡтарҙы ауыл осонда сәк-сәктән, ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар йәшел сиҙәмле ауыл урамдары буйлап үтте. Айһылыу менән Фәнис Амангилдиндар, Лилиә менән Рәфис Кинйәбулатовтар, Хәтиә Фәхретдинова, Миңлеүәрә һәм Рәжәп, уларҙың ул-килендәре Земфира һәм Ирек Кинйәбулатовтар, Сәлиха менән Хәлиулла (хәҙер инде мәрхүмдәр) Шәриповтарҙың балалары, Миләүшә менән Сәлим Салауатовтар, Миңлегөл Шәрипованың ғаиләләре үҙ йорттары алдында тирмәләр, матур табын ҡороп ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын үҙҙәре әҙерләгән милли ризыҡтар, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршы алды. Шәрифулла Ғиниәтулла улы Ноғомановтан таралған нәҫелдекеләр дәртлеләр, өҫтәүенә, йыр-моңға бик әүәҫтәр икән. Барыһын да хайран ҡалдырып, ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп ҡаршыланылар, үҙҙәре генә йырлап-бейеп ҡалманы, ҡунаҡтарҙы ла бейетеп, күңелдәрен астылар. Ҡунаҡтар уларҙың 14 быуынын сағылдырған шәжәрәһе, стендтары менән танышты, тирмә эсендә аш-һыуҙан ауыҙ итте. Үҙҙәренең шәжәрәләре менән Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Мәрхәбә апай таныштырҙы. Носратулла Ғиниәтулла улы Ноғоманов нәҫеленән таралған быуын да матур тирмә ҡороп, ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, ҡурай моңдары яңғыратып, ихлас ҡаршы алды. Был тирмәлә “Табын” гәзите мөхәррире, нәҫел ептәре Мораҙға тоташҡан Самат Ғәлиуллин үҙ шәжәрәләре хаҡында һөйләне. Ғәлиуллиндар ҙа инәйҙәре яғынан Ноғомановтар нәҫеленә барып тоташа.

Бәләкәй генә ауылда 8 тирмә ҡоролғайны, һәр береһенең биҙәлеше лә үҙенсәлекле ине. Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов ауыл һәм уның кешеләре менән таныштырып, берҙәм, тырыш, егәрле булыуҙары хаҡында әленән-әле ҡабатлап торҙо.

Ауыл һәм ҡунаҡ ҡаршылаған ҡунаҡсыл кешеләре менән танышып сыҡҡандан һуң, барыһы ла ауыл уртаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты. Ауыл малай-ҡыҙҙары обелиск янында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Һәйкәлде район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ра-йон хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, Афған һуғышы ветераны Рауил Хәйретдинов асты, сәскә гөлләмәләре һалынды. Һәйкәл өс таҡтаташтан тора, иң урталағыһында шиғыр юлдары, һулда – “Улар Тыуған ил өсөн көрәштеләр!”, уңда – “Улар Тыуған ил өсөн эшләнеләр!” тигән юлдар яҙылған.

Артабан байрам ауыл урамында алдан әҙерләнгән сәхнә эргәһендә дауам итте. Сараны алып барыусылар – Мораҙҙа тыуып үҫкән һәм ошонда төпләнеп йәшәгән Зөлфиә Салауатова менән Илнур Ғөбәйҙуллин:

“Тыуған яғым! Йүгереп килеп баҫҡас,

Баҫыу буйындағы сиҙәмгә,

Ипләп кенә: һаумы, ерем, тимен,

Иҫәнме, тим, башаҡ, үләнгә.

Мин эйеләм тыуған тупрағыма, Ул һөйләһен миңә үҙ хәлен”, - тигән шиғыр юлдары менән асты күркәм ауыл байрамын. Һәм тәүге һүҙҙе Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловҡа бирҙе. Ул байрам уңайынан барыһын да ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, байрамдың ауыл тарихының иң сағыу бите булып, һәр кемдең хәтерендә ҡалыуын, матур үтеүен теләне.

Балаларҙың флеш-мобы менән башланған байрам сараһын Азамат Тайыпов башҡарыуындағы баш-ҡорт халыҡ йыры дауам итте. Артабан мораҙҙарҙың байрам шатлы-ғын уртаҡлашырға килгән район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Кейекбаев һүҙ алды. Уларҙың сығышында ошондай байрамдарҙың әһәмиәте бик ҙур булыуы, ауылдар күркәмләнеп, төҙөкләнеп ҡалыуы, ә обелиск асыуҙың яуҙа һәләк булған атай-олатайҙарҙы, йәғни тамырҙарҙы иҫләү өсөн бик тә мөһим булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Фаил Һәҙиәт улы Имәндәш ауыл Советы депутаты Фәнис Амангилдинға ра-йон Советының Маҡтау грамотаһы һәм район ветеринар станцияһы начальнигы булараҡ, ауылдың иң күп мал аҫраусылары - Альфира менән Хәйбулла Шәриповтарҙы, Фәнизә менән Шәйбәк Үтәгәновтарҙы, Динә менән Радик Әсфәндийәровтарҙы бүләкләп үтте. Фуат Зәки улы ла район хакимиәте исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткереп, ра-йон хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. “Табын” ра-йон гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин ауылдың тарихына байҡау яһаны. Ауылдаштары исеменән 25 йыл ғүмерен мәктәптә балаларға белем-тәрбиә эшенә бағышлаған Рәфис Кинйәбулатов сығыш яһаны. Мораҙҙа тыуып-үҫеп, хәҙер Красноусолда йәшәгән Фәйруза Ғибаҙуллина ла тәпәй баҫҡан төйәген, ауылдаштарын һағыныуын йыр аша әйтеп бирҙе.

Сығыштар тамамланғандан һуң, алып барыусылар ауыл байрамының тыуған төйәктәрен ҡурсалап, атай нигеҙен һаҡлап йәшәүселәргә рәхмәт әйтеү икәнен бил-дәләп, сәхнәгә ауылдың тыл һәм хеҙмәт ветерандары Хәтирә Килмөхәмәтова, Рауза Үтәгәнова, Зәмзәм Хәбирова, Хәкимә Аҫылбаевалар саҡырылып, бүләкләп үтелде. “Еҙем” колхозында эшләп, хеҙмәт алдынғылары сафынан хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлнур һәм Ноғоман Шәриповтар, Миңлеүәрә менән Рәжәп Кинйәбулатовтар, Миңнира менән Хәбинур Шәриповтар, Зифа Үтәгәнова, Хәтиә Фәхретдинова, Нәжибә менән Әхтәм Шәриповтар, Тәскирә Сәйетбатталовалар ҙа үҙҙәренә тәғәйен бүләкте алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Байрамға әҙерлек сиктәрендә төрлө номинациялар буйынса конкурстар иғлан ителгән. Интернетта "Башҡорт Википедияһы"н булдырыуға күп көс һалыусы, тамырҙары менән Мораҙҙан булған Зөфәр Сәлихов номинацияларға бүләктәр әҙерләгән. Сара барышында уларға йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән, Земфира менән Ирек Кинйәбулатовтар “Иң өлгөлө ихата” номинацияһында, Альфира менән Хәйбулла Шәриповтар, Альбина менән Илдус Үтәгәновтар, Динә менән Радик Әсфәндийәровтар “Иң күп мал тотоусылар”, Минизәр һәм Наил Шәриповтар “Семәрле йорт” номинацияларында еңеүсе булды. Айһылыу менән Фәнис Амангилдиндар ғаиләһе татыу, өлгөлөләр иҫәбендә билдәләнде. Яңы ғына донъя ҡороп, ауылда төпләнеп, ул-ҡыҙҙар үҫтергән йәш ғаиләләр Елена менән Ғәлим Салауатовтар, Алина менән Илнур Килмөхәмәтовтар ҙа, шулай уҡ ауылға күсеп ҡайтып, ошонда төпләнеп, мал-тыуар аҫрап, балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәгән йәнә бер йәш Әлиә һәм Илшат Яҡуповтар ғаиләһе лә иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Йәштәргә өлгө булырҙай оҙаҡ йылдар бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән татыу, уңған ғаиләләр күп Мораҙҙа. 56 йыл бергә ғүмер кисергән Нәжибә һәм Әхтәм Шәриповтар, Миңлеүәрә һәм Рәжәп Кинйәбулатовтар (46 йыл), Миңнира һәм Хәбинур Шәриповтар (45 йыл), Мәфруза һәм Батыр Үтәгәновтар (43 йыл), Гөлнур һәм Ноғоман Шәриповтар, Миңниә һәм Камил Килмөхәмәтовтарҙы ла ҙурлап сәхнә түренә саҡырҙылар. Ауылдың иң оло кешеләре Әхтәм Шәрипов, Хәтирә Килмөхәмәтова, иң бәләкәс сабый Арыҫлан Салауатов та үҙенә тәғәйен бүләкте алды. Йәш Герой-әсә лә бар ауылда, 5 бала тәрбиәләгән Минизәр Шәрипова ла, 11-се класты алтын миҙалға тамамлаусы Гөлдәр Кинйәбулатова, Ришат Үтәгәнов, яҡшы уҡыған Әлфиә Шәрипова, уларға алмашҡа 1-се класҡа уҡырға киләсәк Тамерлан Ноғайғолов та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, байрамдан бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтмағандыр.

Ауылдаштарының көнитмеше менән даими ҡыҙыҡһынып, уның үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, ярҙам иткән БДУ-ның биология кафедраһы доценты Сәүгән Сөләймән улы Хәйретдинов, Нижневартовск ҡалаһы мәсете имам-хатибы Рафаэль Шәриповтың да ауылдаштарына әйтер һүҙҙәре күп булды.

Сәхнәлә тәбрикләүҙәр йыр-моң менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайы артис-тары Рәмил Ғимрани, Фәнзил Ғәлин менән Гөлфира Бәширова, Илнур Ғөбәйҙуллин, Красноусолдан Кәбир Монасиповтың йырҙары, Еҙем-Ҡаран ауылынан Индира Биктимерованың (Ноғомановтар нәҫеле ейәнсәре) дәртле бейеүе, ауыл һәүәҫкәрҙәре, уҡыусыларҙың сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

Байрам барыһына ла оҡшаны. Уны әҙерләп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға, шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Салауат Йәрмөхәмәтов менән Рафаэль Шәриповҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Ысынлап та, рәхмәт әйтерлек шул, сөнки нисәмә йылдар күрешмәгән ауылдаштар, туғандар, класташтарға осрашып һөйләшергә форсат сыҡты бит. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне уларҙың. Ул һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, тарихтың сағыу бер бите булып яҙылды.

Индира ИШКИНА. Табын. 11.07.2016