Һепертке (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ишек төбө — тай сүбе.
- Аҡланымдың алдында билен быуып ултыра, эләккәнде һөйрәргә әҙерләнеп ултыра.
- Ишек артында биле бәйләүле бей ятыр.
- Аҡ келәттең алдында билен быуып ултыра.
- Бәләкәй генә бисура билен быуып ултыра.
- Һаҡаллы бабай иҙән буйлап йөрөй.
- Билен быуған Биктимер ишектән түргә һикерер.
- Эшен-ҡошон бөтөргән, мөйөшкә инеп ултырған.
- Нескә билле бер ҡыҙыҡай бейеп, туҙан туҙҙыра.
- Кәүҙәһе бар, аяғы юҡ — үҙе тыпыр-тыпыр бейей.
- Ишекле-түрле йүгерә, өй сүп-сарын бөтөрә.
- Бәләкәй генә бер малай һикерә-һикерә лә мөйөшкә боҫа.
- Ары йүгерҙем, бире йүгерҙем, бер мөйөшкә тығылдым.
- Үҙе йәшел суҡ, башы бәйле туҡ,тарҡау йортҡа алып барһаң, сабыуҙан башҡа эше юҡ.
- Йәшел күлдәк кейгән, мөйөштә баҫып тора.
- Варвараның бармағы, етмеш ике тырнағы.
- Үҙе йәшел күлдәк кейгән, арҡаһы ергә тейгән.
- Йөҙ ҙә бер туған бер таяҡҡа бәйләнгән.
- Ишекле-түрле йөрөй, эләккәнде һөйрәй.
- Ары ла тә-тә, бире лә тә-тә, ҡунаҡ килһә, йүгерә тә-тә.