Һоло кеҫәле
Навигацияға күсергә
Эҙләүгә күсергә
Һоло кеҫәле— һоло ононан әҙерләнгән милли башҡорт ашамлығы.
Ингредиенттар[үҙгәртергә]
- Һоло ярмаһы
Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]
Һыҙыртылмаған һолоно ҡул тирмәнендә тарттырырға. Иләнмәгән һоло онон, самалап, икмәк әсеһен ҡушып болғатып, мейес башына йылыға ҡуйырға. Был һоло әсеткес бер биш-алты сәғәт йылы мейес башында әсеп ултыра.
Өлгөргәс, һарҡытып һығып, әскелтем эсемлекте ҡаҙанға һалып ҡайнатырға ҡуйырға.
Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә]
Һоло кеҫәле — ашамлыҡ булараҡ файҙалы ҡиммәткә, ҙур калорияға һәм юғары гликемик индексҡа эйә диетик продукт.
Һоло кеҫәлен ашау үҙенсәлеге:
- кеҫәл бешкәс, туҫтаҡтарға бүлеп, hыуытып ашарға.;
- кеҫәлдең тәме әскелтем, һөт өҫтәп, болғап ашарға кәрәк.;
- кеҫәлде эсемлек кеүек эсһәң дә бик файҙалы.
Кеҫәл тәмәке ташлауҙы еңеләйтә.